Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлназ Мөхәммәҙиева ижад кисәһенә саҡыра

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлназ Мөхәммәҙиева ижад кисәһенә саҡыра

9 апрелдә Өфө «Нур» татар дәүләт театрының Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлназ Мөхәммәҙиеваның юбилей кисәһе уҙасаҡ.

 «Күңелемдең нурлы биҙәктәре» тип аталған кисәлә төрлө йылдарҙағы иң яҡшы спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуйыласаҡ, халыҡ һәм заманса йырҙар яңғыраясаҡ. Тамашала шулай уҡ республиканың билдәле артистары һәм «Нур» театры коллективы ҡатнашасаҡ.

– Яратҡан тамашасым менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәм. Был кисә матур яҙғы көндө тағы ла йәмләр тип ышанам. Килегеҙ, бик күңелле буласаҡ! – тип вәғәҙә итә йырсы актриса Гөлназ Мөхәммәҙиева.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb