Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева вафат булды

Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева вафат булды

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Вәкилә Ҡалмантаева вафат булды. Уға 72 йәш ине.

Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы Ҡалмантаева 1948 йылдың 7 ноябрендә Чкалов (Ырымбур) өлкәһе Үрге Ильяс ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1970 йылдан – Салауат, Сибай драма театрҙарында, Өфө «Нур» татар театрында, 2002 йылдан Милли йәштәр театрында эшләгән.

Театр белгестәре билдәләүенсә, Вәкилә Ҡалмантаеваның ижадына жанр төрлөлөгө хас, ул сатирик, эксцентрик, фольклор, лирик-драматик ролдәрҙе башҡара. Мәҫәлән, Салауат драма театрында – Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙың «Ҡарлуғас» драмаһы); Сибай драма театрында — Ғәлимә (М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса), леди Мильфорд (Ф.Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»), Эльвира (Мольерҙың «Дон Жуан»); «Нур» театрында — Ания (Т.Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар»); Милли йәштәр театрында — Әсә (Ф.Бүләковтың «Дала ҡиссаһы»), Нәғимә (М.Кәрим «Беҙҙең өйҙөң йәме») һәм башҡа ролдәр.

Булат Йосоповтың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» нәфис фильмында Оло Инәй ролен уйнай.

"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" порталы Вәкилә Ҡалмантаеваның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb