БР халыҡ ҡоралдары милли оркестры хәйриә концерты ойоштора

БР халыҡ ҡоралдары милли оркестры хәйриә концерты ойоштора

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Башҡортостан Республикаһының  халыҡ ҡоралдары милли оркестры хәйриә концерты үткәрә. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса ауыр сирле балаларға ярҙам итеү өсөн "Үҙенсәлекле балалар" хәйриә фондына йүнәлтеләсәк. Концерттан килгән аҡса 2 айҙан 2,5 йәшкә тиклемге балаларҙы реабилитациялау курстарын үтергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә, билеттарҙы һатып алғанда, тамашасылар матур музыканан ҡәнәғәтлек алыуҙан тыш, ҙур изге эш башҡара.

Концертта Башҡортостан Республикаһының Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы, филармонияның алдынғы солистары - Полина Кобец, Сиявуш Шерматзаде, Гөлшат Ғирфанова һәм "Феста" вокаль ансамбле ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, был программа тәүгә быйыл февраль аҙағында тыңлаусылар хөкөмөнә тәҡдим ителде, киң резонанс тыуҙырҙы һәм тулы аншлаг менән үтте.

Сараны ойоштороусылар: "Үҙенсәлекле балалар" хәйриә фонды, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ  ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе һәм баш дирижеры - Линар Дәүләтбаев) һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb