БР Милли музейында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы күргәҙмәһе асыла

БР Милли музейында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы күргәҙмәһе асыла

Иртәгә, 19 мартта, Башҡортостандың Милли музейында ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы күргәҙмәһе асыла.

Дивизия Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда, халыҡ иҫәбенә булдырыла. Хужалыҡтарҙан 13,3 мең баш ат, кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым бүленә. Ә 1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы етәксеһе Р. К. Ибраһимов уға байраҡ тапшыра. Тап ошо байраҡ менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин буласаҡ. 

Күргәҙмә 15 сәғәттә асыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb