Башҡортостан Республикаһы Милли музейының иң мауыҡтырғыс сараларының береһе - балалар һәм үҫмерҙәр өсөн археология һәм тәбиғәт бүлеге әҙерләгән "Боронғо яугир легендалары" экскурсияһы. 26 мартта ошо сараға килеүселәргә музей хеҙмәткәрҙәре археолог һәм палеонтологтарҙың эше нисек барыуы хаҡында һөйләне.
Балалар ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышыуҙан тыш, планета һәм кешелектең барлыҡҡа килеүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңланы.