Бөрйән районында «Әхмәт әйтеше» сәсәндәр бәйгеһе уҙҙы

Бөрйән районында «Әхмәт әйтеше» сәсәндәр бәйгеһе уҙҙы

Бөгөн филология фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөрйән районының Почетлы гражданы, билдәле фольклорсы, тел белгесе, башҡорт халҡының бөйөк ир-азаматтарының береһе, күрә-күрә күсәм булып, һөйләй-һөйләй сәсән булған ысын тел оҫтаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә икенсе тапҡыр Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында «Әхмәт әйтеше» сәсәндәр бәйгеһе уҙғарылды.

Сараның мәртәбәһен арттырып, конкурсанттарға рух һәм дәрт өҫтәп, сәсәндәр бәйгеһендә Әхмәт Сөләймәновтың улы Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Йәмил Әхмәт улы Сөләймәнов та ҡатнашты.

Сараны асып район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Тләүбаева һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙина бәйге тотоусыларға уңыштар теләне.

Конкурста райондың төрлө ауылдарынан 38 сәсән ҡатнашып, һәр сығыш яһаусы тәүҙә эпос менән ҡобайыр һөйләһә, аҙаҡ улар «Әхмәт әйтешешендә» һүҙ тослоғонда ярышты.

Еңеүселәр:

 «Эпос» категорияһы:

1 урын – Маһира Хәйбуллина, Исламбай ауылы;

2 урын – Рәйфә Шәйхисламова, Ҡолғана ауылы;

2 урын – Ғәбиҙә Туҡбаева, Кейекбай ауылы;

3 урын – Дильфүзә Билалова, Килдеғол ауылы;

3 урын – Флюзә Әхмәтйәнова, Исламбай ауылы;

«Ҡобайыр» категорияһы:

1 урын – Миңзәлә Баймырҙина, Яңы Собханғол ауылы;

2 урын – Зилә Хәйбуллина, Яуымбай;

2 урын – Алһыу Әхмәтова, Яңы Собханғол;

3 урын – Зөлфиә Айытбаева, Асҡар;

3 урын – Сәғит Алтынбаев, Байназар;

«Бөрйән ерлегендә тыуған эпосты башҡарыусылар» номинацияһында Рәис Ҡыуандыҡов и Гүзәл Баймырҙина еңеү яуланы. «Үҙенсәлекле башҡарыусы» номинацияһында Нәзифә Билалова еңде, «Моңло сәсән» тип Гөлзә Шамиғолова билдәләнде. 

Илюзә Исмәғилова, Вәлимә Ғәлиуллина, Фатима Шағалина, Илүзә Юлбирҙина, Нәзилә Исҡужина Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаттары һәм махсус приздары менән бүләкләнде.

«Әхмәт әйтеше» бәйгеһендә 1 урында - Раүилә Баймырҙина (Тимер ауылы), 2 урында – Нәсимә Сәғитова (Яңы Монасип) һәм Ғәлимә Әминева (Ғәлиәкбәр), 3 урында - Әлфиә Сәғитова (Ғәҙелгәрәй) һәм Земфира Мәжитова (Яңы Усман).

Гран-приға Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәзитов эйә булды. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb