Дүртөйлө ҡалаһында Ырыуҙар йыйыны үтте

Дүртөйлө ҡалаһында Ырыуҙар йыйыны үтте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысындағы "Башҡорт тарихы йылы" сиктәрендәге "Ырыуҙар йыйыны"ның сираттағыһы Дүртөйлө ҡалаһында үтте.

Халҡыбыҙҙың оло ырыуҙарының береһе - эске һәм ҡыр йылан ырыуының таралыу биләмәһе ҙур булғанға, ойоштороусолар сараны икегә бүлеп уҙғарырға ҡарар иткән.

Йыланлылар Дүртөйлөнән тыш, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран, Саҡмағош райондарында һәм ут күршебеҙ Татарстандың Баулы районында йәшәй. Шунлыҡтан, Дүртөйлөлә үткән сараның географияһы киң булды.

Әһәмиәтле сара район мәҙәниәт йортондағы фойела, эске йылан ырыуының күренекле нәҫелдәре шәжәрәләре күргәҙмәһенән башланды. Артабан, билдәле тарихсыларыбыҙ үҙ эҙләнеүҙәренә нигеҙләнгән мәғлүмәттәре менән сығыш яһаны.Тамырҙарына ҡәҙерләп ҡараған урындағы халыҡ был сығыштарҙан һуң, кемдәр улар эске йыланлылар, үҙҙәренең эҙләнеү асыштары һәм күренекле шәхестәре хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.

Улар араһында шағир Назар Нәжми, Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдуллин, Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Аҡманов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинова, ике республикала танылған композитор Ризуан Хәкимов һәм башҡалар. 

Сираттағы "Ырыуҙар йыйыны" (Танып ырыуы йыйыны) Балтас районында үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb