Иртәгә "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла

Иртәгә "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. 

3 февраль Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыласаҡ.

Экспозицияла проект финалистары, дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителә. Ошо күргәҙмәлә шулай уҡ билдәле авторҙарҙың милли кейем темаһына арналған фотоһүрәттәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә сиктәрендә проект еңеүселәренән оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ.

Үткәреү ваҡыты: 3-28 февраль.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы (Совет урамы, 14).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb