Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бер юлы ике спектакль өҫтөндә эш башланылар.
Режиссер Азат Нәҙерғолов театрҙың башҡорт труппаһы менән НилаСаймондың "Икенсе глава" ярым автобиографик пьесаһын ҡуя. Премьера июнь аҙағына билдәләнгән.
Рус труппаһы Александр Сергеевич Пушкиндың "Капитан ҡыҙы" повесы буйынса инсценировка әҙерләй. Режиссеры - Искәндәр Саҡаев (Мәскәү ҡалаһы). Премьера йәй аҙағында, августа, көтөлә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Искәндәр Саҡаев 1997 йылда Йәштәр театрының рус труппаһының баш режиссеры итеп тәғәйенләнә һәм 1999 йылда театрҙа бәләкәй сәхнә аса. Милли Йәштәр театрында бөтәһе 12 спектакль сығара.