Милли музейҙа “Тамға” Халыҡ-ара милли костюмдар бәйгеһе оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә асылды

Милли музейҙа “Тамға” Халыҡ-ара милли костюмдар бәйгеһе оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә асылды

Кисә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторолған “Тамға” Халыҡ-ара милли костюмдар бәйгеһе оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә асылды һәм тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

Бәйгеселәрҙе һәм уларҙың ижади эштәре менән танышырға килеүселәрҙе музей фойеһында “Ятаған” этно төркөмө ҡаршыланы. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Рәсәй дизайнерҙары берлеге ағзаһы, “Этно-Эрато” Юғары Мода Евразия конкурсының Гран-приһы хужаһы Александр Кирдякиндың сәләмләүенән һуң, ҡунаҡтар музейҙың өҫкө ҡатында урынлашҡан күргәҙмәгә күтәрелде.

Мәҙәниәт министры сығышында: “Башҡорт милли костюмын һаҡлау йәһәтенән, хәҙер беҙ һәм һеҙ, хөрмәтле оҫта ҡулдар, нимә эшләргә кәрәклеген һәм ҡайҙа иғтибарҙы йүнәлтергә икәнен беләбеҙ”,- тине.

Башҡорттарҙың төрлө заманға, ырыуға, төбәккә һәм ҡатламына ҡараған костюмдарҙың тергеҙелештәре барыһының да күңеленә хуш килде: «Башҡорт яугире кейеме» (Хәмиҙуллин Роберт) , «Амантай» – 1812 йыл. Ватан һуғышы осорондағы башҡорт яугиры хәрби ҡоралдары (Амантаев Рафаэль), «Дим буйы башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» (Әхтәриева Әлфиә), «Йорт старшинаһы кейеме»,«Башҡорт һунарсыһы кейеме», «Башҡорт көнкүреш кейеме» (Ғәлиуллин Юлай), «Тархан ҡатыны кейеме» (Шәбиева Гөлдәр), «Төнъяҡ-көнсығыш башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» Әхтәмова Сәйҙә, «Ҡурған башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» Вәлиева Ғәбиҙә, «Аҡ тирәк, күк тирәк» Кинйәбаева Алһыу, «Ырымбур башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» (Шафиҡова Гөлнара) «Ханымдар» коллекцияһы (Роза Юлдашбаева), «Далан» коллекцияһы (Хәсәнова Гөлнара) авторлығындағы эштәр һис кемде лә битараф ҡалдырманы.

Күргәҙмә залын ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтар “Этноракурс” исемле төрлө авторҙарҙың милли костюм темаһын яҡтыртҡан фотокүргәҙмәһен ҡарарға йүнәлде.

“Селтәр” студияһы ағинәйҙәре, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, “Ятаған” этно төркөмө сараға айырыуса биҙәк өҫтәне.

Уникаль костюмдар күргәҙмәһе 28 февралгәсә эшләй. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb