Өфөнөң һәм республиканың визит карточкаһы һыналған «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Башҡортостан буйлап гастролдәргә сыҡты. Бөгөн коллектив - Шаран ауылында, ә 26 мартта Мишкәлә сығыш яһай. «Мираҫ» тамашасыларҙы ансамблдең иң яҡшы номерҙары менән таныштырасаҡ. «Донъя тирәләй» концерттары программаһында – донъя халыҡтарының йыр-бейеүҙәре: башҡорт, татар, рус, молдаван, итальян, ҡытай һәм төрөк номерҙары бар.
Апрелдә лә ансамбль республика буйлап сәйәхәтен дауам итә һәм Белоретта, Учалыла, Асҡарҙа, Баймаҡта, Иҫәнғолда, Архангелдә сығыш яһаясаҡ.