"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районы автоклублы булды

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районы автоклублы булды

"Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2021 йылда Ҡырмыҫҡалы районы тәүге күсмә автоклуб алды. Хаҡы 4 миллион һумдан ашыу булған тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто Ҡырмыҫҡалы районына 27 майҙа килгән.

Хәҙер бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр концерттар һәм кинофильмдарҙы йышыраҡ ҡарай ала. Күсмә автоклуб - ярты сәғәт эсендә юғары технологиялы сәхнәгә әйләнә. Бында яҡтылыҡ һәм тауыш аппаратураһы, шулай уҡ үҙ автономиялы электр ҡоролмаһы бар. Концертты хатта баҫыуҙа ла үткәрергә мөмкин.

Автоклубтың асҡыстарын тапшырыу барышында Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флиза Макеева Рәсәй Федерацияһының һәм БР Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb