"Родина" кинотеатрында "Ер һүҙе/онлайн" проектының киномарафоны үтәсәк

"Родина" кинотеатрында "Ер һүҙе/онлайн" проектының киномарафоны үтәсәк

Иртәгә "Родина" кинотеатрының Йәшел залында "Ер һүҙе/онлайн" халыҡ-ара проекты сиктәрендә төшөрөлгән фильмдар күрһәтеләсәк. 

Проект Республика башлығы грантына БР граждандар йәмғиәтенә ярҙам күрһәтеү фонды ҡатнашлығында тормошҡа ашырылды. Ойоштороусылары - БР кинематографистар союзы һәм Булат Йосоповтың киномәктәбе. 

Проект барышында 140 ғариза ҡабул ителде, 80 ҡатнашыусы белгестәрҙең баһаламаһын алды. 50 сценарий яҙылып, шуларҙың 30-ҙан ашыуы буйынса фильмдар, социаль роликтар төшөрөлдө. Проект барышында 300-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашты. 

Башҡорт, рус,татар, сыуаш, марий, эстон, удмурт телдәрендә кинокартиналар әҙерләнде. 

Кинотеатрҙа сара 12 сәғәттә башлана. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb