Рәмилә Сәлимгәрәева шәхси премияһын Илгиз Таһировҡа тапшырҙы

Рәмилә Сәлимгәрәева шәхси премияһын Илгиз Таһировҡа тапшырҙы

Милли йәштәр театрында оҙаҡ йылдар эшләгән, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева күптән инде үҙенең матур йолаһын булдырҙы. Йыл да Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ижад миҙгелен тамамлау айҡанлы уҙғарылған кисәлә, ул үҙенең шәхси премияһын тапшыра.

Актерҙар өсөн тулҡынландырғыс мәл һәм лауреаттар исемен алыусылар өсөн оло мәртәбә, киләсәктә лә был ышанысты аҡларға ҙур ынтылыш булып тора.

Быйылғы театрыбыҙҙың 31 - се миҙгелен йомғаҡлаған көндәрҙә Рәмилә Сәлимгәрәева үҙенең шәхси премияһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Таһировҡа тапшырҙы. 

Был бәхеткә эйә булған Лауреаттар исемлеге:

2016 - Алтынай Руденко-Зор

2017 - Вадим Ҡылысов

2018 - Лилиә Исҡужина

2020 - Шәһит Хамматов

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb