Салауат ҡалаһынан "Арлекин" балалар студияһы Берлин конкурсы финалсыһы булды

Салауат ҡалаһынан "Арлекин" балалар студияһы Берлин конкурсы финалсыһы булды

Салауат ҡалаһынан "Арлекин" өлгөлө балалар театр студияһы Берлин "Алтын асҡыс" - "Goldenes Schlüselchen" балалар-үҫмерҙәр театр коллективтары халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша. Конкурс ун бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Коронавирус пандемияһына бәйле быйыл ул онлайн уҙғарыла.

"Арлекин" балалар коллективы конкурсҡа "Өс таған" спектаклен тәҡдим итте. Ул 2019 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл һәм республиканың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды. Спектаклдең режиссеры - Радик Ғәлиуллин, рәссам-ҡуйыусы - Антон Бледных, пластик ҡарар - Гөлнәзирә Сәфиуллина.

9 апрелдән 7 майға тиклем теләгән һәр кем https://www.mtvberlin.com/zolotoj-klyuchik-online-edition һылтанмаһы буйынса "Алтын асҡыс" театр конкурсының онлайн-версияһында ҡатнашыусыларҙың спектаклдәрен ҡарай ала.

8 майҙа финал һәм бүләкләү тантанаһы трансляцияһы була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb