Сибай концерт-театр берекмәһе "Донъя матур, донъя шундай матур!" исемле күңелле, сағыу концерт программаһы менән Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә һәм Стәрлебаш райондары буйлап йәнә гастролгә юллана.
5 апрель - Дәүләкән, 6 апрель - Раевка, 7 апрель - Илсеғол, 8 апрель - Иҫке Ҡалҡашта концерт программаһы буласаҡ.
Тамашала бөтә ижади төркөм ҡатнаша: йырсылар, музыканттар, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
Концерттар киске сәғәт 7-лә башлана.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-331-74-74.