Сибайҙа Ғаяз Ғәйетбаевтың тәүге концерты үтте

Сибайҙа Ғаяз Ғәйетбаевтың тәүге концерты үтте

Кисә, 4 февралдә, Сибайҙа һәләтле йырсы, республика йыр бәйгеләре лауреаты Ғаяз Ғәйетбаевтың “Йөрәк тулы йыр булғас” тип исемләнгән концерты үтте.

Юморлы, заманса, йырлы-моңло, дәртле тамашаның сценарий авторы - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзилә Ҡотошова, музыкаль етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, музыкаль биҙәүсеһе – Дим Шәрәфиев,  хореографы – Фәйрүзә Сәлимгәрәева.

Программала йырсы башҡарыуында яратҡан йырҙар һәм ижадташ дуҫтарының сығыштары булды. Ғаяз Ғәйетбаевты тамашасылар бик йылы, ихлас ҡабул итте, һәр сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb