Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Киҫәкбикә Байрасова тураһында спектакль әҙерләй

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Киҫәкбикә Байрасова тураһында спектакль әҙерләй

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә режиссер –  Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев менән осрашыу уҙҙы. Шулай уҡ "Киҫәкбикә. Легенда" (Михаил Башкиров) пьесаһы буйынса тәүге репетициялар уҙҙы.

Кисәкбикә Байрасова – яндырылған башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Ул үҙ иркенән тыш суҡындырылған, аҙаҡтан кире ислам диненә ҡайтҡан өсөн ҡаты язаға тарттырылған. Шулай уҡ уның 1679 йылда Себер даруғаһының Дыуан улысында тыуыуы билдәле.

«Пьеса риүәйәт формаһында яҙылған, сөнки хәл-ваҡиғаларҙы документаль йәһәттән яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйманыҡ. Пьесаның авторы – драматург Михаил Башкиров. Ул Татарстанда, Ҡалмыҡстанда, Бүрәт Республикаһында һәм башҡа төбәктәрҙә милли театрҙар менән эшләү тәжрибәһенә эйә. Премьера көҙгә планлаштырыла – киләһе ижад миҙгелен ошол спектакль менән асырға теләйбеҙ, – тип хәбәр итә театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов.

Әйтергә кәрәк, ижади төркөм саҡырылған ижади эшмәкәрҙәрҙән тора. Ҡуйыусы рәссам – Ҡазандан Геннадий Скоморохов, быға тиклем "Биғылый" спектаклен биҙәне. Композитор – Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Аркадий Манджиев, әйткәндәй, режиссер Борис Наминович менән бер туғандар. Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова, ул Стәрлетамаҡ театры менән быға тиклем дә хеҙмәттәшлек иткән. Пластика буйынса режиссер – Өфөнән Рәмизә Мөхәмәтшина.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Киҫәкбикә Байрасова тураһында спектакль әҙерләй

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb