Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт һарайында “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” балалар халыҡ хореографияһының асыҡ республика фестивале үтте. Быйыл фестиваль ҡатнашыусыларын инде һигеҙенсе тапҡыр йыйҙы.
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” балалар ижадын үҫтереү, йәш быуында эстетик зауыҡ тәрбиәләү, халыҡ бейеүенең киләсәген күҙаллау маҡсаты менән уҙғарыла.
Фестивалдә республиканың 14 ҡалаһы һәм биш районынан 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. 30 хореография коллективы араһында 8–11 йәштәгеләрҙән – һигеҙ, 12–14 йәштәгеләрҙән – 13, 15–17 йәштәгеләрҙән торған туғыҙ коллектив ҡатнашты.
Фестиваль барышында хореография коллективтары етәкселәре менән ижади лабораториялар үткәрелде, Туймазы ҡалаһы буйлап экскурсия, тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙылар.
Фестивалдең Гран-приһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан "Ҡояшҡай" ("Солнышко") халыҡ хореография театр-студияһына бирелде. 1 дәрәжә лауреаты тип 8-11 йәшлектәр араһында - Туймазы ҡалаһынан "Арлекино" балалар студияһы, 12-14 йәшлектәр араһында - Ғафури районынан «Быҙыбыт» өлгөлө хореография ансамбле, 15-17 йәшлектәр араһында Туймазынан "Сафар" өлгөлө бейеү ансамбле яуланы.