Яр-Саллы ҡалаһында “Башҡорттар. Волга буйы халыҡтары этносы һәм мәҙәниәте” күргәҙмәһе асылды

Яр-Саллы ҡалаһында “Башҡорттар. Волга буйы халыҡтары этносы һәм мәҙәниәте” күргәҙмәһе асылды

Бөгөн Татарстан Республикаһының Яр-Саллы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы әҙерләгән “Башҡорттар. Волга буйы халыҡтары этносы һәм мәҙәниәте”күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашты.

Тарих һәм этнография бүлегенән торған күргәҙмә төбәктең һәм аҫаба халыҡтың иң мөһим тарихи ваҡиғалары, матди һәм рухи хазинаһын сағылдыра.

Экспозиция нигеҙен Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡомартҡылары тәшкил итә. Төбәктең күтәрелеү осоро, рухи мәҙәниәттең үҫеше: яҙма барлыҡҡа килеүе, архитектура, ғилем асыштары ла күрһәтелә. 1773-1775-се Крәҫтиәндәр ихтилалы, башҡорттарҙың 1812-се йылғы Ватан һуғышындағы батырлыҡтары, сит яҡтарға походтар тарихы битараф ҡалдырмаҫ.

XIX б. –XX б. уртаһы биҙәү сәнғәте өлгөләре лә күргәҙмәгә килеүселәрҙең күңелдәренә хуш киләсәк. 

Күргәҙмә 29 июнгә тиклем эшләй. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb