Әминә Шафиҡова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы

Әминә Шафиҡова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. Уҙған аҙнала коллективҡа легендар артист, балетмейстрҙың исеме бирелде. Бүләкләү тантанаһы композитор Адольф Адандың “Жизель” спектакле алдынан үтте.

Әминә Шафиҡова театрҙы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы һәм барыһына ла Рудольф Нуриев кеүек ижадта юғары осош теләне.

Театрҙың тарихы билдәле яҡташыбыҙ исеме менән тығыҙ бәйле. Тап ошонда Рудольф Нуриев балеттағы тәүге аҙымдарын эшләй. 1959 йылдың 12 декабрендә ул билдәле балерина Ирина Колпаковаменән "Жизель" балетында сығыш яһай. Күпмелер ваҡыттан һуң йәнә ошо уҡ спектаклдә Марго Фонтейн менән сығыш яһай башлай һәм 20 йыл дауамында улар балетта иң матур пар булып иҫәпләнәләр. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb