Өфө «Нур» татар театры юбилей миҙгеленә әҙерләнә

Өфө «Нур» татар театры юбилей миҙгеленә әҙерләнә

Кисә «Рәсәй» медиаүҙәгендә Өфө «Нур» татар театры вәкилдәре менән матбуғат конференцияһы булды. Унда уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһалды һәм яңы 30-сы миҙгелгә пландар менән бүлештеләр. 

Көҙ көнө театрҙа ике премьера көтөлә. «Киң урамдар тар ине» спектакле күренекле башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.

«Бөгөн бөйөк драматургыбыҙ, аҡһаҡалыбыҙ Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса гөрләп репетициялар бара. Был пьеса аҙ билдәле, уның тамашасыларыбыҙ араһында киңерәк танылыу алыуын теләйбеҙ. Музыкаль комедияның режиссеры – Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының хәҙерге деканы Зиннур Сөләймәнов», — тине театр директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин.

Икенсе премьера — Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектакле.

«Нур» театры көҙгөһөн тәүге тапҡыр Мәскәүгә гастролгә йыйына. 

Декабрҙә театр юбилейҙы театрлаштырылған тамаша менән билдәләргә йыйына.

Быйыл Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында «Нур» театры өсөн махсус курс асыла.

«Белем биреүҙең теоретик өлөшө – институтта, ә практик өлөшө беҙҙең театрҙа ойошторола. Курстың художество етәксеһе итеп театрыбыҙҙың баш режиссеры Азат Йыһаншин тәғәйенләнә. Тәүге йылдарҙа уҡ студенттар сәхнәгә сыға башлай», — тип һөйләне Фирҙәт Ғәбиҙуллин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb