Өфөлә "Беҙҙең интернациональ Еңеү" байрамы үтте

Өфөлә "Беҙҙең интернациональ Еңеү" байрамы үтте

9 майҙа Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арналған "Беҙҙең интернациональ Еңеү" республика байрамына йыйылды. Ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте һәм Иван Яҡутов исемендәге парк сығыш яһаны.

Байрамда йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп милләтле Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Улар Бөйөк Еңеү геройҙарына хөрмәт күрһәтте. Сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина сығыш яһаны.

Артабан Халыҡтар дуҫлығы аллеяһы рәсми рәүештә асылды. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы башланғысы менән республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре һәм ойошма ағзалары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тәүге үҫентеләр ултыртты. Матур йоланы дауам итеп, сарала ҡатнашыусылар алмағастар ултыртты.

Концерт программаһы художество коллективтарының, профессиональ һәм үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын үҙ эсенә алды. Ҡунаҡтарҙы хәрби музыкаль номерҙар ғына түгел, республикала йәшәгән халыҡтарҙың йырҙары, бейеүҙәре лә ҡыуандырҙы.

Йола буйынса, өлкәндәр, балалар, йәштәр, һуғыш ветерандары һәм тыл эшсәндәре байрам кисәһендә ҡатнашты. Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb