18 февралдә БР Милли әҙәбиәт музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова үҙенең "Илһамлы яҙмыштар" исемле китабының исем туйын үткәрә. Унда дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә.
Йыйынтыҡҡа танылған шәхестәр тураһындағы яҙмалар тупланған. Китаптың дауамы ла буласаҡ. Проект Башҡортостан Башлығы грантына нәшер ителгән.