Өфөлә «Шағир көндәлеге» фильмы төшөрөлә башлай

Өфөлә «Шағир көндәлеге» фильмы төшөрөлә башлай

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған фильмдың ижади төркөмө 29 мартта эшкә тотона. «Шағир көндәлеге» — республика тарихында халыҡ ярҙамына таянған тәүге фильм. 2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан ителде һәм ошо ваҡыттан алып халыҡтан 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Пандемияға бәйле фильм буйынса эштәр туҡтап торҙо һәм 2020 йылдың декабрендә йәнә тергеҙелде.

Фильмды Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә.

Рәми Ғарипов тураһында тулы метражлы нәфис фильм – «Беренсе Республика» трилогияһының һуңғы өлөшө. Уға «Бабич» һәм «Беренсе Республика» картиналары инә, өсөнсө өлөшө — «Шағир көндәлеге». Трилогия республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә бағышланған. Режиссер трилогияның тәүге ике өлөшөндә төҙөлгән команда менән эшләй. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb