"Өс таған" фильмы "Кесе Ер" Беренсе асыҡ Рәсәй патриотик кино фестивалендә тамашасылар һөйөүе призын яуланы

"Өс таған" фильмы "Кесе Ер" Беренсе асыҡ Рәсәй патриотик кино фестивалендә тамашасылар һөйөүе призын яуланы

Башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаров "Кесе Ер" Беренсе асыҡ Рәсәй патриотик кино фестивалендә ҡатнашты, унда Мостай Кәримдең әҫәре буйынса "Өс таған" фильмын тәҡдим итте. Кинокартина "Иң тамашасылар фильмы" дипломына һәм тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булды.

Фестиваль 4-7 майҙа Новороссийскиҙа үтте. Унда Рәсәй режиссерҙарының тулы метражлы нәфис һәм документаль 23 кинотаҫмаһы ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә алты көн дауамында төрлө майҙансыҡтарҙа ижади оҫтаханалар, Рәсәй кинематографының билдәле эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, концерттар һәм ижади кисәләр ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb