"Өс таған" фильмы "Ҡырым кадры" беренсе Бөтә Рәсәй этнографик фильмдар фестивалендә приз алды

"Өс таған" фильмы "Ҡырым кадры" беренсе Бөтә Рәсәй этнографик фильмдар фестивалендә приз алды

Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмы "Ҡырым кадры" беренсе Бөтә Рәсәй этнографик фильмдар фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы призын яуланы. Фестиваль 26-28 мартта Симферополь ҡалаһында үтте. 

Фестивалдең ойоштороусыһы - "Одиссей" фән, мәҙәниәт һәм кино үҫешенә ярҙам күрһәтеү фонды. 

Айнур Асҡаровты һәм фильмдың ижади командаһын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb