Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
АКАДЕМИК ҺҮҘЛЕК МЕНӘН... һәр кем маҡтана алмай
Понедельник, 27 января 2014
АКАДЕМИК ҺҮҘЛЕК МЕНӘН... һәр кем маҡтана алмай
Телебеҙ яҙмышы һәр ваҡытта ла иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булды. Телде һаҡлауҙың, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙең, пропагандалауҙың юлдары, әлбиттә, төрлө. Кемдер, мәҫәлән, телебеҙҙең байлығы, матурлығы тураһында шиғыр яҙа, икенселәр телдең фәнни нигеҙҙәрен өйрәнеп, башҡаларға еткерә, өсөнсөләр балалар күңелендә телгә һөйөү тәрбиәләй, башҡортса һөйләшергә, фекерләргә өйрәтә. Телебеҙҙе һаҡлауҙың, яҡлауҙың бөтә алымдары ла кәрәкле һәм мөһим.
Ҡулымда - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре, ошо институттың директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова мөхәррирлегендә сыҡҡан "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"нең беренсе томы. Ул "А" хәрефенән башланған һүҙҙәрҙе үҙ эсенә алған. Унда башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларынан алып бөгөн ҡулланылышта булған һөйләү һәм китап телмәренә, әҙәби телгә һәм диалект һөйләштәренә ҡараған башҡорт теленең бөтә лексикаһы тулы сағылдырылған.
Һүҙлек һәр кемгә аңлайышлы итеп төҙөлөүе менән иғтибарҙы йәлеп итә. Заман талабына, ике теллелек шарттарына ярашлы, һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәһе урыҫ теленә тәржемә ителгән. Бынан тыш, уларҙың инглиз һәм төрөк телдәрендә лә тәржемәһе бирелә. Был йәһәттән һүҙлек киң ҡатлам уҡыусыларының да, фәнни-филологик ихтыяждарҙы ла ҡәнәғәтләндерә ала. Һәр һүҙҙең телдәге йәшәйеше, ҡулланылышы, мәғәнәһе буйынса миҫалдар килтерелә. Һүҙгә грамматик яҡтан ғына характеристика бирелмәй, ә һүҙъяһалышы, уның ҡулланылышы үҙенсәлеге аңлатыла.
Тағы ла шуныһы менән иғтибарҙы йәлеп итә ул: һүҙлектә һүҙҙәрҙән тыш нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләре тулы аңлатыла, тәржемәләре бирелә. Мәҫәлән, "ауыҙ асыу" һүҙбәйләнешенең төрлө мәғәнәләрен табырға була унда:
а) һөйләшә башлау, һөйләй башлау - заговорить, раскрыть рот;
б) ниҙелер эшләй алмайынса буш ҡалыу, проморгать;
в) аптырап ҡарап тороу; аңшайыу, таң ҡалыу - разинуть рот;
г) йыртылыу (аяҡ кейеме тураһында) - изодраться. Миҫал: Бер туфлийы ауыҙын асҡан;
д) ураҙа ваҡытында кис ашар алдынан тоҙ йәки емеш ҡабып ауыҙ асыу - во время поста вечером перед едой брать в рот соль или сухофрукты.
Билдәле булыуынса, сәнәғәттең, халыҡ хужалығының, бигерәк тә мәҙәниәттең, фәндең етеҙ үҫеше, йәмғиәттәге ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында башҡорт теле лексикаһы һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерҙе. Ҡулланылышҡа яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр инде, күп төшөнсәләр иҫкергән һүҙҙәр рәтенә күсте, элекке һүҙҙәр яңынан ҡулланыла башланы. Быларҙың бөтәһе лә, билдәле инде, башҡорт теленең лексик системаһының үҫешенә булышлыҡ итте һәм кәрәкле баҫмаларҙа уны яңыртыу зарурлығын тыуҙырҙы. Был йәһәттән әлеге һүҙлек авторҙары баһалап бөткөһөҙ эш үтәп сыҡҡан. Башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен өйрәнгән, тойған, белгән һөнәрмәндәр генә шундай ғәйәт ҙур эшкә һәләтле. "Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы" Башҡарма комитеты Советының Стәрлетамаҡта үткән күсмә ултырышында Башҡарма комитет рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев, "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"н сығарыуға үҙ өлөшөн индергән һәр хеҙмәткәрҙең түшендә Салауат Юлаев ордены булырға тейеш, тигән һүҙҙәрҙе әйткәйне. Ысынлап та, автор-төҙөүселәр - филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова, филология фәндәре кандидаты, өлкән ғилми хеҙмәткәр Нәсимә Суфиянова, кесе ғилми хеҙмәткәрҙәр Рәмилә Кәримова, Алһыу Ишеғолова башҡорт теленең лексикаһын системаға һалыу, аңлатыу, урыҫ теленә, ә баш һүҙҙәрҙе урыҫ, инглиз, төрөк телдәренә тәржемә итеү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтендә мөһим урын тотҡан айырым лексик күренештәрҙең этномәҙәни мәғәнәһен асып биреү, башҡорт теленең лексик байлығын мөмкин тиклем тулыраҡ күҙ алдына баҫтырыу йәһәтенән тос хеҙмәт башҡарған. Рәсәйҙә шундай академик һүҙлеге булған икенсе субъект булыуыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ.
Автор: Лена АБДРАХМАНОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана