“Бәхет- ғаиләләге юғары рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул”, — ти Артур Туҡтағолов

Быйыл “Далан” төркөмө етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Артур  Туҡтағолов күркәм ғумер байрамын-50 йәшлек матур юбилейын билдәләй.

Халҡының ялҡынлы патриоты, талантлы композитор, оҫта музыкант Артур Туҡтағолов биш тиҫтәне ваҡлай.  Уның сәхнәләрҙе йәнләндереп сығыш яһауы береһен дә битараф ҡалдырмай - һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ хисе уята.

Булдыҡлы ғаилә башлығы, изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, таянырлыҡ туған һәм дуҫ булыуығыҙ күптәрҙе  һоҡландыра. Тәбиғәттең ҡар-буранлы мәлендә донъяға килһә лә йырсы, йөрәгендә ҡояш йылыһы балҡый.

Артур Туҡтағоловтан тәүге тапҡыр 2001 йылда интервью алып гәзит биттәренә баҫтырғайным. Шул ваҡыттын алып 17 йыл үтеп тә киткән, әйтерһең дә, шул арауыҡ- күҙ асып ҡына йомған бер мәл.

Бөгөн йәнә, һәр ваҡыт рухлы йырҙары, шаян көйҙәре һәм дәртле бейеүҙәре менән тамашасы күңелен әсир иткән йырсы менән осрашып әңгәмә ҡорҙом, ихлас һөйләшеүебеҙ йылы хәтирәләр менән үрелеп барҙы.

-Ҡайтҡан һайын  ҡыуанысым булып, күкте айҡап оса ыласын. Йондоҙҙарға бында буйым етә, тик далама етмәй ҡоласым, тип йырлайһығыҙ. Күп кенә йырҙарығыҙ тыуған яҡҡа арналған. Өфө –Ырымбур юлдары 370 саҡрым, тип тә йырлайһығыҙ бит әле...

-Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Шуның өсөн дә  киңлеген күҙ ҡарашы менән иңләп бөткөһөҙ далалар иле булараҡ даны сыҡҡан - Ырымбур минең өсөн изге төшөнсә.

Мин Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районының Ерекле ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атай-әсәйем 8 балаға ғүмер бүләк итте, ғәзиздәребеҙ алдында беҙ мәңге бурыслы. Дөрөҫ тәрбиә, тәрән аҡыл һәм киң белем биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Ағайҙарым, апайҙарым төрлө һөнәр кешеләре, улар араһында табип, электрик, инженер, монтажник, ябай эшсе лә бар. Мин урыҫ мәктәбендә уҡыным, ул ваҡыттарҙа башҡорт телендә уҡыу мөмкинлеге булманы. Туған телебеҙҙең моңон, наҙын тоймай, белмәй үҫтек.

Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға индем. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас  Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға кереп, уңышлы тамамларға насип булды. Тап шул  1990 йылдарҙа егеттәр менән «Каруанһарай» фольклор эстрада төркөмөн булдырҙыҡ, ижад  донъяһына, йыр-моң  даръяһына сумдыҡ...

 

-Тормош иптәшегеҙ билдәле йырсы, халҡыбыҙҙың моңло һандуғасы Башҡортостандың халыҡ артисктаһы Миңзифа Исҡужина, яҙмыш елдәре ике артисты нисек осраштырҙы икән?

-Тормош юлымда күңелемә яҡын һылыуҙы осратып, хәләл ефетем итеп һайлауыма ҡыуанып бөтә алмайым. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған мәл әлегеләй хәтерҙә, күҙ алдымда.

“Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәниәт үҙәге. Сәхнәлә сөм ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, оҙон сәсле –әкиәт һылыуына оҡшаш бер ҡыҙ “Һандуғас” йырын башҡара. Уға тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Йөрәк түренә инерлек моңо күңелемде әсир итте. Оҙаҡ ҡына был ҡыҙға хайран ҡалып торғанмын. Һуңынан Миңзифаны “Карауанһарай” төркөмөнә эшкә саҡырҙыҡ. Тәүге гастролгә Салауат районына юлландыҡ, беҙҙә оло мөхәббәт уты тоҡанды һәм сәхнә тормошо беҙҙе мәңгелеккә бергә ҡауыштырҙы. Миңзифамдың сабыр холоҡло ҡатын, хәстәрлекле әсәй, оҫта хужабикә кеүек һанап бөткөһөҙ күркәм сифаттарға эйә булыуы һоҡландыра. Артабан да, ҡулға-ҡул тотоношоп ижад юлын дауам итергә, халҡыбыҙға йыр-моң бүләк итергә яҙһын!

-2000 йылдан «Далан» эстрада төркөмө етәкләйһегеҙ,  халыҡ һәр ваҡыт сығыштарығыҙҙы дәррәү алҡыштарға күмә

-“Далан –боронғо һүҙ, уңыш, бәхет, ҡот тигәнде аңлата. Элек ата-бабаларыбыҙ һөймәлекле, телсән балаларға “был баланың даланы бар”, тип әйтер булғандар. 17 йыл буйы  дәртле көйҙәр, рухлы йырҙарыбыҙ  менән халыҡ күңелен әсир итә алауыбыҙға  сикһеҙ шатбыҙ.  Әлегәсә оптимистик рух һәм ыңғай энергия менән һуғарылған йырҙар башҡарырға тырышабыҙ.

-Артур Бәҙри улы, һеҙ оҫта йырсы ғына түгел, ә дәртле баянсы һәм композитор ҙа...

 -Йөҙҙән артыҡ йыр ижад иткәнмен. Шулар араһында Рәми Ғәрипов һүҙҙәренә яҙылған «Ай һай, Салауат», Дилә Булгакова һүҙҙәренә яҙылған «Атай йорто», Сафуан Әлибай һүҙҙәренә яҙылған «Сал Урал” йырҙары халыҡ араһында киң популярлыҡ яуланы.

- “Атай йорто” йыры популяр йырҙарығыҙ исемлегенә керҙе, халыҡтың яратып тыңлаған хитына әүерелде, атай  йорто һәммәбеҙ өсөн дә изге һәм мәңгелек төшөнсә...

-Атай һүҙе, атай икмәге, атай йорто миңә иң ҡәҙерле ҡиммәттәр.  Ысынлап та, Атай йорто- иң нурлы, ҡурайлы, талъян моңло ғәзиз һәм изге урын.

Ғөмүмән, беҙ тормош аҡылын атай-әсәй өлгөһөнән алдыҡ. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелемдә ыңғай хис-тойғолар ғына яралтты.  Ғәзиздәребеҙҙән ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, беҙгә, йәғни балаларына ла күскәндер.  Тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәгәндәре, илһамландырандары, рухландырғандары өсөн бик рәхмәтлемен.

Ғәзиздәрем гүр эйәһе инде, әммә улар рухын тойоп йәшәйем, тормош һуҡмаҡтарынан ҡыйыу атларға көс бирә, ауырлыҡтарҙан ҡурсалай кеүек.

-Артур Туҡтағолов йырсы, баянсы, композитор, булдыҡлы ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай  ғына түгел, ә олатай ҙа...

-Баланың балаһы балдан татлы, тигән мәҡәл менән тулыһынса килешәм. Буранбай улым һәм киленем күптән түгел беҙҙе бәхетле олатай һәм өләсәй итте, ҡурсаҡтай матур ейәнсәр  беҙҙең иң ҙур шатлығыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ!

-Иң ҡәҙерлеһе һеҙҙең өсөн?

-Минең өсөн иң ҡәҙерлеһе— ғаилә.  Ғаилә — йәшәү усағы, кешене шәхес итеп формалаштырыусы һәм үҫтереүсе ғәжәйеп хеҙмәт, бөйөк мәктәп. Ул ғына ла түгел, кешегә йән йылыһы, тормошҡа дәрт өҫтәүсе, йөрәктәрҙә ышаныс тойғоһо уятыусы психологик сығанаҡ.  Бар булмышымды мәғәнәле итеүсе, уға йәм өҫтәүсе лә — ғәзиз ғаиләм. Мин һәр ваҡыт уның яҡшы йоғонтоһон ғына тоям. Ул эсәр һыу, һулар һауа кеүек, сөнки унан килгән йылылыҡ йәшәргә көс-ҡеүәт өҫтәй.

- Бәхет төшөнсәһен нисек аңлатыр инегеҙ?

Бәхет-ул  ғаиләләге юғары рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме.

-Матур ғүмер байрамығыҙға, 50 йәшлек юбилейығыҙға арналған «Йондоҙло юбилей» тамашаһына әҙерлек нисек бара?

-Төрлө йылдарҙағы хиттар, көтөлмәгән дуэттар, дәртле бейеүҙәр, моңло ҡурай, баян моңдары һәм башҡа “тәмле” бүләктәр әҙерләгәнбеҙ.  Концертта филармониябыҙҙың иң сағыу йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова, Хәлит Фәтихов, Миңзифа Исҡужина, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Айгөл Һағынбаева, Рөстәм Шаһыбалов, Лилиә Ишемйәрова, Рушан Биктимеров, Марсель Ҡотоев, Гүзәл Аҫылбаева, Илнур Хәйруллин, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Айгиз Ханов, Әлфиә Заһиҙуллина, Айтуған Ғәйзуллин, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров, Ринат Рамаҙанов, Фәриҙә Ғаззалова һәм башҡа йондоҙҙарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы 2 март киске сәғәт етелә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияның Ҙур залында көтәбеҙ!

 

– Йәнле әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Ижади уңыштар һәр саҡ юлдаш булһын!

 

Әңгәмә ҡороусы Гүзәл Багаева

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb