100 башҡорт халыҡ йырына патент алынған

100 башҡорт халыҡ йырына патент алынған

Ошо нигеҙҙә Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ реестры тулылана. Тәүге исемлеккә ингән 100 йыр араһында «Абдрахман», «Ете ҡыҙ», «Ҡаһым түрә», «Байыҡ» һәм башҡа билдәле композициялар бар. Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәренә халыҡ ижады өлгөләрен рәсмиләштереү алдынан бик күп фәнни эштәрҙе өйрәнергә тура килгән. Һәр йырҙың тарихы, ноталары һәм тексы, шулай уҡ башҡарыусыларҙың тулы исемлеге бирелгән.

Белгестәр патент алыуҙың мөһимлеген билдәләй. Бигерәк тә, глобалләшеү сәйәсәте осоронда һәр милләт үҙенә хас ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға тырыша. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн, патент юллау ғалимдарҙың фәнни эштәренә нигеҙләнеп башҡарыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда ҡурай Башҡортостан бренды булараҡ теркәлгәйне. Былтыр ул матди булмаған мәҙәни мираҫ объекты тураһындағы закон менән нығытылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb