Бөгөн, 2019 йылдың 12 июнендә, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Милли кейем байрамы уҙҙы. Костюмдар парады Мәжит Ғафури исемендәге драма театры эргәһенән старт алып Салауат Юлаев майҙанында концерт менән тамамланды.
Конгресс-холл амфитеатрында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләде.
«Быйыл Милли кейем парады дүртенсе ҡабат ойошторола. 2018 йылда был сарала 1192 кеше ҡатнашты һәм беҙҙең мили кейемдәрҙәге түңәрәк Рәсәй рекордтар китабына индерелде. Ҡунаҡтар республикабыҙҙың төрлө ҡала райондарынын ғына түгел, Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән дә килгән. Улар араһында – Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округ вәкилдәре бар», – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 600-ҙән ашыу ижади коллектив 3000-дән ашыу кеше ҡатнашты.
Милли кейем парады «Евразия йөрәге» фестиваленең иң сағыу өлөшөнөң береһе тип әйтергә мөмкин. Матур итеп биҙәлгән төрлө төҫтәге костюмдар күҙҙең яуын алырҙай. Майҙанда башҡорт, рус, татар, сыуаш, поляк, украин һәм сит ил этностарының кейемдәрен күрергә була. Байрамда ҡатнашыусылар республикала йәшәгән тиҫтәләгән милләт вәкилдәре. Күрше төбәк вәкилдәре лә һанап бөткөһөҙ.
Мәҙәни сара балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә кәйефен күтәрҙе, көс-дәрт бирҙе. Шулай уҡ, 2019 йылғы Кейем парадында иң бәләкәй ҡатнашыусыға – Эльдан Залаловҡа – 1 йәш тә 7 ай, ә иң өлкән ҡатнашыусы – Салауат Ғәлимйән улы Рәсүлев, бөгөн 80 йәшлеген үткәрҙе.