Башҡортостандың бай халыҡ ижадына таянған профессиональ музыка сәнғәте ХХ быуаттың беренсе яртыһында формалаша. Октябрь революцияһына тиклем башҡорттарҙа башлыса ауыҙ-тел музыка-шиғриәт ижады ғына үҫешкән була. Йыраусылар, ҡурайсылар, сәсәндәр кеүек үҙенсәлекле жанрҙар үҫешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, хәрби ҡәлғәләр һәм ҡалаларға нигеҙ һалыу, үҙәк Рәсәйҙән халыҡтарҙың күпләп күсенеп килеүе музыка ижадында яңы формалар барлыҡҡа килеүгә нигеҙ булып тора.