25 майҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостандың һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының "Беҙ бергә" хәйриә концерты үтте. Проекттың маҡсаты — Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына теләктәшлек белдереү.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән проектта ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне.
— Бөгөнгө сара бик мөһим һәм кәрәкле, сөнки ике туғандаш республика — Башҡортостан һәм Татарстан — башҡа ике туғандаш төбәккә — Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙам итеү өсөн берләшә. Артистарыбыҙ айырым хистәр, ҙур тулҡынланыу менән был сарала ҡатнашырға ризалыҡ белдерҙе. Бөгөн беҙҙең менән булғандар өсөн рәхмәт. Проектта ҡатнашҡан ҡунаҡтарыбыҙға – Татарстан артистарына ла рәхмәт.
Бындай концертты үткәреү – минең коллегам Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры Ирада Хафизйән ҡыҙы Әйүпованың идеяһы. Беҙ күп кенә мәҙәни проекттар буйынса бергә эшләйбеҙ. Бөгөн был концертта йыйылған аҡса ауыр ваҡыттарҙа туғандаш республикалар халҡының хәлен бер аҙ еңеләйтер, тип өмөтләнәм. 8 июндә Татарстан Республикаһы беҙҙең артистарҙы ошондай уҡ тулы зал менән ҡабул итер, тип ышанам. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ”, - тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Хәйриә концертында башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле артистары сығыш яһаны: Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Уразова, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, Татарстандың халыҡ артистары Зәйнәб Фәрхетдинова һәм Зөфәр Билалов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рәяз Фәсихов, ZAINETDIN этношоу проекты, «Дәрүиш-хан» рок төркөмө һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, халыҡ-ара музыкаль конкурс лауреаттары Илнат Фәрхуллин, Рәфис Сирусин һәм Әлфиә Ниғмәтуллина ҡатнашты.
8 июндә Ҡазанда «Беҙ бергәбеҙ» проекты сиктәрендә тағы бер хәйриә концерты үтәсәк — “Пирамида” концерт залында Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле артистары сығыш яһаясаҡ. Марафон ваҡытында йыйылған аҡса Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙамға йүнәлтелә.
Концерттың яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://youtu.be/R9HCjqvUlvs.