Рәсем

Башҡорт милли сәнғәтендә һынлы сәнғәт, төҫлө һүрәт айырым бер әһәмиәтле урын тота. Сөнки был өлкәләге ҡаҙаныштар профессиональ оҫталарҙа ла һоҡланыу тыуҙыра. Уны өйрәнәләр, унан өйрәнәләр.

Ағас һырлау, күнгә биҙәк һалыу, биҙәнеү әйберҙәре кеүек нескә зауыҡ талап иткән әйберҙәр эшләү, сигеү-ҡайыу, нағышлау, ҡорама ҡорау, келәм-балаҫ һуғыу, селтәр һәм дебет шәлдәр бәйләү – былар бөтөнөһө лә күңел матурлығы, бик ентекләп, тәфсирләп эшләүҙе талап иткән оҫталыҡ.

Мәҙәниәттең бөтөн тармаҡтары кеүек үк, XIX быуаттың 20–30-сы йылдарында һынлы сәнғәт, төҫлө һүрәт, сәнғәт төрө булараҡ, ныҡлы үҫеш ала башлай. Илдәге революцион үҫештәрҙән һуң был йүнәлеш ғилми нигеҙҙә алға китә. Һынлы, төҫлө һүрәт ғилеме үҫешенә әлбиттә, халыҡтың фекерләүе һәм ғәмәли эштәре нигеҙ була. Был йылдарҙа Өфөлә бик күп сәнғәт оҫтаханалары барлыҡҡа килә. Тимер юлсылар клубы эргәһендә – А. П. Лежнев ҡулы аҫтында, В. И. Ленин исемендәге клуб эргәһендә Ҡ. С. Дәүләткилдеев етәкселегендә изостудиялар эшләй башлай. Башҡорт һынлы сәнғәтенең формалашыуында рәссам Д.Д. Бурлюковтың йоғонтоһо көслө була. 1919 йылда Пролетариат художество музейы (М. В. Нестеров исемендәге Художество музейы) төҙөлә. Ундағы картиналарҙы башҡорт рәссамдары өсөн оҫталыҡ мәктәбе тип һанап та була. Башҡортостан рәссамдары 1927-1928 йылдарҙа Мәскәүҙә күргәҙмәлә ҡатнаша. Улар шулай уҡ республиканың райондарына командировкаларға сығалар. Командировкаларҙың халыҡ тормошон өйрәнеүҙәге әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ була.

 
Шүлгән-таш мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәр

Шүлгән-таш мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәр

С. Әхмәтшин. Бесән мәле. 2007. Киндер. Майлы буяу.

С. Әхмәтшин. Бесән мәле. 2007. Киндер. Майлы буяу.

Рәмил Абдуллин. Яҙ. Ташҡын.2005. Акварель.

Рәмил Абдуллин. Яҙ. Ташҡын.2005. Акварель.

 
Драма, опера һәм балет театрҙары өсөн сәхнә биҙәү сәнғәте барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа театрҙар байтаҡ. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетында театр өсөн махсус рәссамдар әҙерләнә. М. Н. Арыҫланов, Ғ. Ш. Имашева, С. Н. Яҡшыбаев, С. И. Никандровтар тәүге театр рәссамдары була. Артабан улар сафына сәхнә биҙәү буйынса оҫталар Р. М. Арыҫланов, Н. Ғ. Байбурин, Т.Ғ. Еникеевтвр өҫтәлә.
 
Хәҙерге һынлы сәнғәт донъяһы

Стилистик төрлөлөк, нәфис телде һәм сәнғәттең проблематикаһын яңыртыуға ынтылыш йәш рәссамдарҙа ғына күренмәй, ә үткән дәүерҙең мастерҙары ижадында ла тасуирлана. Һуңғыларҙың ижади активлығы хәҙерге заман һынлы сәнғәтенә нисек берләшеүенән тора. Кемдерҙеңдер ижади кризисы башлана, ә иң көслөләре республиканың сәнғәт тормошонда ғына ҡатнашып ҡалмай, ә бөгөнгө һынлы сәнғәткә лә тәьҫир итәләр. Шуларҙың араһында: Ә.Ф. Лотфуллин, М.А. Назаров. Драматизм уларҙың эштәрендә күренә, был драматизмда башҡорт халҡының тормошо, ҡайғы-өмөттәре тасуирлана. Лотфуллин етәкселегендә "Артыш" исемле ижади берекмә төҙөлә. Ойошманың стилистик төрлөлөгө - рәссамдарҙың милли рухты һәм традицияларҙы төрлө ижади юлдарҙа һүрәтләү.

 

Әхмәт Лотфуллин. Өс ҡатын-ҡыҙ. 1969. Киндер. Майлы буяу.

Әхмәт Лотфуллин. Өс ҡатын-ҡыҙ. 1969. Киндер. Майлы буяу.

Р. Атауллин. Аҡмулла. 2006-2007. Киндер. Майлы буяу.

Р. Атауллин. Аҡмулла. 2006-2007. Киндер. Майлы буяу.

Камил Ғөбәйҙуллин. Шағир иртәһе.2006. “Аҡмулла” серияһынан.Офорт.

Камил Ғөбәйҙуллин. Шағир иртәһе.2006. “Аҡмулла” серияһынан.Офорт.

 

М. Назаровтың ижади юлын республиканың күп рәссамдары дауам иткән. М. Назаров беренселәрҙән булып 1910-сы йылдарҙа рус авангардына мөрәжәғәт итә.

Назаров артынан рус авангард тәьҫирен башҡа төрлө рәссамдар ҙа тоя, ошоноң нигеҙендә 80-се йылдарҙа "Һары бейә" төркөмө барлыҡҡа килә.

С. Лебедев ижадында крәҫтиән темаһы ҡала рәссамы күҙлегенән күрһәтелә: ауыл тормошон, образын идеаллаштыра.

Д. Ишемғолов, Р. Загидуллин һәм Х. Фазылов һүрәттәрендә башҡорт ауылы тураһында ябай хикәйәләр, ауыл кешеләренең матурлығы һәм ғорурлығы, башҡорт халҡының яңынан тыуа башлаған рухи байлыҡтары тасуирлана.

Республика рәссамдары илһамы – ул фольклор. 50-60 йылдар дәүерендә А. Ситдикова һәм А. Бурзянцев рәссамдарының ижади юлы башлана. Уларҙың төҫ палитралары сағыу һәм байрамса, был факт шул йылдарҙа тыуҙырылған оптимистик пафос менән аңлатыла. Әммә иң беренсе булып уларҙың эштәрендә халыҡ ижады тора.

Һуңғы дүрт тиҫтә йылдың һынлы сәнғәтен Б. Домашников ижадынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. 60-сы йылдарҙа йәшәгән һыҙатҡа ҡарап, уның ижады эмоциональ күтәренкелек менән тасуирлана.

 

Александр Бурзянцев “Ағиҙел өҫтө”, 1984 йыл

Александр Бурзянцев “Ағиҙел өҫтө”, 1984 йыл

Әдиә Ситдиҡова “Бал тәме”, 1976 йыл

Әдиә Ситдиҡова “Бал тәме”, 1976 йыл

Фёдор Кащеев “Башҡорт ҡымыҙы”, 1966 йыл

Фёдор Кащеев “Башҡорт ҡымыҙы”, 1966 йыл

 

Башҡортостандың һынлы сәнғәте динамик һәм күп ҡатлы. Ул классификацияға ауыр бирелә, сөнки бер рәссамдың ижадында төрлө һынлы сәнғәт стилдәре бутала.

Н. Пеганов ижадында үҙенсәлекле "ретро" трактовкаһы бар. Формаларҙың, композицияның ябайлығында илдең үткән тормошона ностальгик рәүештә ҡарауы күҙәтелә.

Р. Хәбировты республикала классик художество принциптарына таянған берҙән-бер рәссам тип тә әйтеп булаҙыр.

С. Игнатенко, Б. Самосюк, С. Краснова, А. Буганина ижады бөтә ил художество мәҙәниәтенә нигеҙләнгән белем һәм уның эшкәртеүе менән тасуирлана. Әлбиттә, уларҙың һәр береһендә индивидуаль, үҙенсәлекле принциптар бар.

"Чингизхан" - 80-се йылдарҙа Н. Лотфуллин, В. Ханнанов, Р. Харисов, Р. Ахмәтвәлиев, Р. Ғәрифуллин, Н. Байбурин ҡатнашлығында тыуған ижади төркөм, был төркөмдә башҡорт рәссамдарының күп йүнәлештәре үҙенең урынын тапҡан.

Бүлек яңылыҡтары

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb