«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Бойороғона ярашлы 2011 йылдың 18 июлендә ойошторолдо. Портал эшмәкәрлеге БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ярҙамында бойомға ашырыла. Интернет-порталдың Рәсәй һәм донъя кимәлендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында йәмғиәт фекерен булдырыу һәм үҫтереүҙә өлөшө ҙур. Порталда баҫылған мәҡәләләр менән Рәсәйҙән тыш, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Норвегия, Төркиә, Франция кеүек сит илдәрҙә йәшәгән ҡулланыусылар ҙа даими рәүештә танышып бара.

Интернет-порталдың рус һәм башҡорт телендә эшләп килеүе уның популярлығын бермә-бер арттыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb