Башҡортостанда кино сәнғәте
Башҡортостанда тәүге таҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1990 йылда "Урал күренештәре", 1910 йылда "Ырымбур", "Алтын приисккыларын эшкәртеү" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда "Ҡымыҙ" исемле фәнни-популяр фильм, 1916 йылда – "Ҡылғанлы дала" фильмы донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк?" хикәйәһен экранлаштыра.