Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары FESTPRO халыҡ-ара кинофестивалендә еңде.
Фестиваль 13-19 майҙа Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Пензала һәм Владимирҙа уҙҙы.
«Бабич» кинотаҫмаһы бер нисә номинацияла еңеү яуланы: «Иң яҡшы тулы метражлы фильм», «Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» – Алһыу Тимеркәева, «Иң яҡшы ир-егет роле» – Илгиз Таһиров.
«Беренсе Республика» фильмы түбәндәге номинацияларҙа наградаларға лайыҡ булды: «Иң яҡшы сценарий» – Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, «Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам эше» – Рөстәм Баймөхәмәтов.
Кинофестивалгә бөтәһе 60 илдән 568 ғариза килде. Конкурс төбәктәрҙә кинематографты популярлаштырыу һәм кинематографистарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла.