ММС күҙәтеү

Бүрәт театрында башҡорт повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә

Бүрәт театрында башҡорт повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә

Кесе йома, 23 март 2017

Бүрәт академия драма театрында башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектакленең репетициялары башланды. Ҡуйылыш өҫтөндә эшләү өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма драма режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев саҡырылған.

Оҫта ҡулдарҙа кейеҙгә лә йән инә

Оҫта ҡулдарҙа кейеҙгә лә йән инә

Шаршамбы, 22 март 2017

Әбйәлил районының  Буранғол ауылында донъялағы берҙән-бер  халыҡ кейеҙ йорто эшләй.  Бында  боронғо кәсепкә өйрәнеү түңәрәге лә, ижад емештәренең күргәҙмәһе лә  бар. Һарыҡ йөнөнән  әҙерләнгән кейемдәр,  картиналар һәм сувенирҙар сит ил ҡунаҡтарында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Хәҙер Буранғолдарҙың  ҡул эштәре Германия, Франция, Америка Ҡушма Штаттарында ла һаҡлана.

Мәскәүҙә Рудольф Нуриевтың аҙ билдәле тормош осоро хаҡында фильм күрһәттеләр

Мәскәүҙә Рудольф Нуриевтың аҙ билдәле тормош осоро хаҡында фильм күрһәттеләр

Йома, 10 март 2017

Илебеҙҙең баш ҡалаһында Мәскәүҙәге Башҡортостан яҡташтарының тормошо өсөн ҡыҙыҡлы ике сара үтте. «Радио Сити» клубында «Заман» төркөмөнөң тәүге «Пульсом» клибының исеме туйы уҙҙы.

Өфөлә «Урал батыр» нәфис фильмында төп ролгә кастинг иғлан ителгән

Өфөлә «Урал батыр» нәфис фильмында төп ролгә кастинг иғлан ителгән

Дүшәмбе, 06 март 2017

Өфөлә «Урал батыр» тулы метражлы нәфис фильмында төп һәм башҡа ролдәргә кастинг иғлан ителгән. Ҡатнашыусылар 18-25 йәштә булырға тейеш, башҡорт телен белеү мотлаҡ. Кастинг 18 мартта көндөҙгө сәғәт 2-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.

Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө “Матур ғаилә – ил ҡото” тамашаһы менән билдәләнде

Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө “Матур ғаилә – ил ҡото” тамашаһы менән билдәләнде

Йома, 03 март 2017

“Матур ғаилә – ил ҡото” төбәк-ара форумы сигендә “Йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының, диндең, халыҡ йолаларының, мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең роле” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ғалимдар, уҡытыусылар, республика төбәктәренән килгән ата-әсәләр, ҡоролтай рәйестәре ҡатнашты.

Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанда сығыш яһаны

Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанда сығыш яһаны

Дүшәмбе, 27 февраль 2017

Йәш һәләттәрҙе берләштергән концерт Ту-154 cамолетында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу маҡсатында ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусыларға фондтың исемле стипендиялары ла тапшырылды.

Ул әҙәбиәткә ғашиҡ

Ул әҙәбиәткә ғашиҡ

Йәкшәмбе, 12 февраль 2017

Матур тәбиғәт ҡосағында ятҡан Белорет районының Йөйәк ауылы республикаға билдәле шәхестәр биргән, таланттарға бай тѳбәктәрҙең береһе булараҡ та танылыу алған. Ошо кѳндәрҙә уларҙың береһе, билдәле филолог һәм әҙәби тәнҡитсе, журналист, Башҡортостандың юғары мәктәбе вәкиле Зәки Әлибаев 50 йәшлек юбилейын билдәләне.

Мар. Сәлим ижады тормошонда тағы бер йыл

Мар. Сәлим ижады тормошонда тағы бер йыл

Йәкшәмбе, 12 февраль 2017

Өфөлә “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов” тигән биобиблиографик баҫма донъя күрҙе. “Белая река” нәшриәтендә баҫылған йыйынтыҡ “Марсель Сәлимов. Журналист, шағир, яҙыусы-сатирик, йәмәғәт эшмәкәре” китабының дауамы булып тора. 

2017 йылда республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади коллективтар аласаҡ

2017 йылда республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади коллективтар аласаҡ

Йома, 10 февраль 2017

Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади проекттар аласаҡ. Төбәк Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҙған көндәрҙә бойороҡҡа ҡул ҡуйылған.

Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале старт алды

Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале старт алды

Кесе йома, 09 февраль 2017

Беренсе этапта, 27 февралгә тиклем, муниципалитет һәм ижади берекмәләр кимәлендә рус, башҡорт, татар йәки сыуаш телдәрендә яҙышҡан иң яҡшы үҙешмәкәр шағирҙар асыҡлана. Әҫәрҙәр «Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите редакцияһына ебәрелә. Икенсе этапта, 1 марттан 21-нә тиклем, жюри конкурс эштәрен ҡарай һәм дәғүәселәрҙән ете лауреат һәм дипломант билдәләй.

Кем ҡайҙа, ә беҙ музейға

Кем ҡайҙа, ә беҙ музейға

Шаршамбы, 08 февраль 2017

XXI быуат—ул прогресс һәм мәғлүмәти технологиялар быуаты. Ул кешеләргә яңы талаптар ҡуя һәм һәр ваҡыт алға ынтылырға, камиллашырға өндәй. Замандан артта ҡалмайым тиһәң, эшләргә лә, ял итергә лә өлгөрөү зарур. Театрҙарға йөрөргә, тәбиғәт ҡосағында булырға, музейға барырға кәрәк.

ӘКИӘТ БИТ УЛ ТИМӘГЕҘ...

ӘКИӘТ БИТ УЛ ТИМӘГЕҘ...

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

Сағыу декорация, иҫ киткес матур костюмдар, хис-тойғоларҙы ҡуйыртып ебәрерҙәй көй-моң... А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә сығарылған «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы беҙҙе әкиәт донъяһына илтте. Әммә уны әкиәт тип әйтә күрмәгеҙ! Эйе, әҫәрҙең төп персонажы булған һыуһылыуҙар юҡ, ләкин унда күтәрелгән проблемалар бөгөн дә бик актуаль.

«Хыялға ҡаршы» Белоретҡа юллана

«Хыялға ҡаршы» Белоретҡа юллана

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

“Хыялға ҡаршы” спектакле 9 февралдә Белорет районы Инйәр ҡасабыһына юллана. Әйтергә кәрәк, был спектакль алыҫ араларҙы яҡынайтырға әүәҫләнгән. 

Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" легендаһы сәхнәләштерелде

Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" легендаһы сәхнәләштерелде

Кесе йома, 02 февраль 2017

Тәрбиәүи эпостар, әкиәттәр,  риүәйәттәр, йырҙар рухи донъябыҙҙың алтын бағанаһын тәшкил итә. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" легендаһы сәхнәләштерелде.

Ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл

Ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл

Шаршамбы, 01 февраль 2017

Билдәле виртуоз ҡурайсы, бик күп конкурстар лауреаты, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев, Кәрим Дияров һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән исемен мәңгелеккә республикабыҙҙың музыка сәнғәте тарихына яҙған – Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа бөгөн 85 йәш тулған булыр ине.

«Керәшен һыуыҡтары-2017» фестивале еңеүселәре асыҡланды

«Керәшен һыуыҡтары-2017» фестивале еңеүселәре асыҡланды

Шишәмбе, 24 январь 2017

Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы тамамланды. Йолаға әүерелгән сара 23-сө тапҡыр уҙғарылды. Конкурсты ябып гала-концертта еңеүселәрҙең исемдәре асыҡланды.

Театр сәнғәте уны юҡһына…

Театр сәнғәте уны юҡһына…

Шишәмбе, 24 январь 2017

   Ошо көндәрҙә күренекле актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәфил Нәбиуллинға 65 йәш тулған булыр ине. Рәфил Нәбиуллин заманында башҡорт театрының сағыу йондоҙо булды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бихисап төп ролдәрҙе башҡарҙы. 

Матур эҙ ҡалдырҙы Бөрйәндә

Матур эҙ ҡалдырҙы Бөрйәндә

Йома, 20 январь 2017

Ҡурсаулыҡтың Ағиҙел буйы филиалы 1958 йылда ойошторола. Уның маҡсаты – Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһындағы Мәҡсүт, Үрге Нөгөш, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендәге ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы – солоҡ ҡорттарын һәм ағастарын һаҡлап алып ҡалыу, уларҙы өйрәнеү һәм үрсетеү. Был ҡомартҡылар ысынлап та яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж ине.

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru