Ул әҙәбиәткә ғашиҡ

Ул әҙәбиәткә ғашиҡ

Матур тәбиғәт ҡосағында ятҡан Йѳйәк ауылы республикаға билдәле шәхестәр биргән, таланттарға бай тѳбәктәрҙең береһе булараҡ та танылыу алған. Ошо кѳндәрҙә уларҙың береһе, билдәле филолог һәм әҙәби тәнҡитсе, журналист, Башҡортостандың юғары мәктәбе вәкиле Зәки ӘЛИБАЕВ 50 йәшлек юбилейын билдәләне.

Зәки Арыҫлан улы 1967 йылдың 10 ғинуарында ауылдың данлы, абруйлы, эшсән ғаиләләренең береһе - Әлибаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылындағы мәктәптә уҡығанда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уның ѳсѳн иң яратҡан дәрес була. 

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ Зәки Әлибаев тырыш, маҡсатҡа ирешеүсән, тынғыһыҙ, эҙләнеүсән булыуы менән айырылып тора, фән менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Уның шәхес булып формалашыуына Роберт Байымов, Нәғим Ишбулатов, Ғәли Сәйетбатталов, Эрнст Ишберҙин, Абдрахман Ғәлләмов кеүек арҙаҡлы педагогтар ҙа йоғонто яһай. 

Зәки Әлибаев уҡыуҙы ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм университетта башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында эшкә ҡала. Университетта эшләгән осорҙа аспирантурала уҡый, башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте темаһын өйрәнә. Ә инде 1996 йылда диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты булып китә. Университетта ул ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. Тура һәм тапҡыр һүҙле, принципиаль уҡытыусы булараҡ ул студенттар араһында ла абруй ҡаҙана.

 
Талантлы кеше, ҡайҙа эшләһә лә, юғалып ҡалмай, һәр саҡ үҙен табып, юғарылыҡҡа ынтыла. Зәки Арыҫлан улы 2009 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педаго- гия университетына эшкә күсә, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында доцент сифатында хеҙмәт юлын дауам итә, ғилми-педагогик эшмәкәрлек алып бара. Тынғыһыҙ яҡташыбыҙ 50 йәшен илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр авторы булараҡ ҡаршылай. Ул республика матбуғатында әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре менән йыш сығыш яһай. Йәғни, «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында һәм республика гәзиттәрендә тос сығыштары баҫыла. Һуңғы йылдарҙа ул Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижады тураһында етди ғилми мәҡәләләре менән йыш сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ проза менән генә сикләнмәй, уның ижадында атаҡлы шағирҙар Мостай Кәрим, Мәүлит Ямалетдинов, Рәми Ғарипов һәм Аҡмулла ижадтарына тәрән анализ яһаған эштәре лә бар. Әле ул башҡорт романында шиғриәтте өйрәнеүгә арналған етди эш өҫтөндә эшләй.

Сығанаҡ: http://ural-rb.ru/1949-ul-bitk-ashi.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb