Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы

Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы

8 июндә Башҡортостанда тәүге тапҡыр "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнә. Республика Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәргән мөһим ваҡиға башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм танытыуға йүнәлтелгән. Байрам сиктәрендә Өфөлә сағыу саралар уҙҙы, улар араһында – Сибай "Сулпан" балалар театры тергеҙгән "Самрау батшаның бүләге" (0+) спектакленең премьераһы.

Пьесаның авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова. Ҡуйыусы режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, эпос жанрын сит ил супергерой фильмдары менән уңышлы берләштереп, балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә мауыҡтырырлыҡ сағыу спектакль ҡуйҙы.

"Премьера дүрт йыл элек булды, – ти Фирғәт Ғарипов. – Ул саҡта Сибай "Сулпан" балалар театры мине ошо эпосты сәхнәләштерергә саҡырҙы. Махсус рәүештә "Урал батыр" эпосы көнөнә һәм "Әйҙә уйнарға!" фестиваленә ҡарата уны тергеҙергә булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге состав төрлө сәбәп арҡаһында тарҡалды. Спектаклгә ихтыяждың ҙур булғанын иҫкә алып, уны үҙгәртмәнек, бары тик яңы актерҙарҙы йәлеп иттек.

Режиссер фекеренсә, балаларҙы эпостар һәм халыҡ әкиәттәре менән мөмкин тиклем иртәрәк таныштырыу мөһим:

"Ни тиклем иртәрәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Әммә балаға эпос һәм әкиәттәрҙе уҡырға бойорорға ярамай, унда ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим. Урал батыр һәм эпостың башҡа геройҙары – супергеройҙар! Беҙ уларҙы сит ил геройҙары менән сағыштырып, балалар өсөн яҡын һәм ҡыҙыҡлы итергә тырыштыҡ".

Фирғәт Ғарипов билдәләүенсә, спектаклдең төп маҡсаты – бай мәҙәни мираҫты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

"Урал батыр – ул ябай герой ғына түгел, ул ғаләм масштабындағы герой. Балалар үҙебеҙҙең геройҙарҙы башҡалар менән сағыштырһын, өйрәнһен, улар тураһында күберәк белер өсөн киләсәктә эпосты ҡулына алһын, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ", – ти режиссер.

"Самрау батшаның бүләге" спектакле боронғо легендаларҙың хәҙерге тамашасы өсөн яраҡлаштырылыуына сағыу миҫал булып тора, шул уҡ ваҡытта эпостың йөкмәткеһе менән төп ҡиммәтеренең һаҡланып ҡалыуын билдәләргә кәрәк.

Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb