2025 йылдың 15 ноябрендә 26-сы моделле китапханала – Өфө ҡалаһы Үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһының «Хазина» тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте үҙәгендә (Һупайлы урамы, 14/1) Рауил Шаммасов әҫәрҙәрен тасуири уҡыусыларҙың «Мин һеҙгә юлға яҡты нур сығам» асыҡ ҡала конкурсы уҙа.
Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммасовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған.
Конкурстың маҡсаты – шағиры Рауил Шаммасовтың әҙәби мираҫын танытыу.
Конкурста Башҡортостанда йәшәгән төрлө йәштәге нәфис һүҙ оҫталары ҡатнаша ала. Улар төрлө төркөмдә баһалана: 6 йәштән 16 йәшкә тиклем; 16-нан 35 йәшкә тиклем; 35 йәштән өлкәндәр.
Конкурста ҡатнашыусы ғаризаны һылтанма буйынса үтеп тултыра ала. Ғаризалар 2025 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс сығыштары конкурс тематикаһына тап килергә тейеш. Музыкаль оҙатыу, декорациялар һәм костюмдар хуплана. Шиғыр Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының теләһә ниндәй телендә башҡарыла. Бәйгеселәрҙе компетентлы жюри баһалаясаҡ, уның составына Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары инәсәк.
Жюри һәр йәш категорияһында конкурс еңеүселәрен (I, II һәм III урын) билдәләйәсәк.
Еңеүселәргә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла, барлыҡ ҡатнашыусыларға сертификаттар бирелә.
Конкурстың положениеһы менән сайтта танышырға мөмкин.