Кисә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваны хәтергә алдылар

Кисә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваны хәтергә алдылар

Кисә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәттә булып, күптәргә оло ижади донъяға фатиха биргән күренекле яҙыусыны хәтергә алды. Һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнгән ижади сәфәр быйыл  нәшриәттең – 100, яҙыусылар союзының 85 йыллығына арналды. Ошо тураһында «Мораҙым» Күгәрсен районының ижтимағи-сәйәси гәзите хәбәр итә.

«Әлеге көндә йорт-музейҙа 475 экспонат иҫәпләнә. Уларҙың араһында Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ижадын, тормош юлын сағылдырған шәхси әйберҙәре, аудио-видеояҙмалар, һирәк осраған фотоһүрәттәр, хаттары, китаптары ла бар», - яҙалар «Мораҙым» гәзитендә.

Осрашыу аҙағында  йәмәғәт һорауҙары буйынса нәшриәт директоры урынбаҫары Айрат Тимербаев музейға яңы китаптар бүләк итте, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb