Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар – бөгөнгө башҡорт шиғриәте кимәлен билдәләгән шәхестәрҙең береһе. Уның “Бөркөттәр төйәге”, “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” кеүек китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итһә, оло быуын әҙиптәре юғары баһаһын биреп, матбуғатта сығыш яһаны. “Ауыҙ тултырып әйтергә була: Хәсән Назар – кешеләрҙе шиғырлы итер өсөн, тимәк, иманлы итер өсөн килгәндәрҙең береһе”, – тип яҙғайны заманында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми.
Хәсән Назарҙың 75 йәшлек олпат юбилейы уңайынан “Һайланма әҫәрҙәр”енең донъя күреүе әҙәбиәтебеҙ өсөн үҙе бер һөйөнөслө ваҡиғаға әүерелде. Был һәлмәк йыйынтыҡҡа әҙиптең 1960 – 2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған.
Ошо уңайҙан З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала китаптың исем туйы үтте. Шағирҙы ҡотлау өсөн ҡәләм оҫталары, әҙәбиәт һөйөүселәр килгәйне.
– Хәсән ағай – башҡорт әҙәбиәтендәге Мостай Кәрим, Назар Нәжми кеүек абруйлы һүҙ оҫталарының береһе, – тип телмәрен башланы шағирә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова. – Ул үҙ ижадына ла, бүтәндәрҙекенә лә юғары талап ҡуя. Шуға ла уның кәңәшенә һәр саҡ ҡолаҡ һалдыҡ, ә инде ыңғай баһаһын алһаҡ – шатлыҡ кисерҙек. Хәсән Назарҙың шиғырҙары ҡабатланмаҫ образдары, һүҙ мәргәнлеге менән алдыра. Уның дүрт юллыҡ шиғырҙары байтаҡ. Замандашыбыҙ ана шул дүрт юллыҡта ҡайһы берәүҙәр поэмаға һыйҙыра алмаған фәлсәфәләрҙе асып һалған.
Йомабикә Ильясова, әҙипте яңы китабы менән тәбрикләп, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡотлау хатын тапшырҙы.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин да ҡәләмдәшенә ихлас теләктәрен еткерҙе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек шағирҙар ошо йәшкә етә алмай, – тине танылған прозаик. – Ә Хәсән дуҫым олпат йәштә лә үҙен егеттәрсә тота, яңы әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙы һөйөндөрөп тора. Уның матбуғатта баҫылған һәр шиғырын, мәҡәләһен уҡып барам. Шунда уҡ шылтыратып, фекеремде лә әйтәм. Һан артынан ҡыумай, сифат өсөн яҙа ул. Киләсәктә “Һайланма әҫәрҙәр”енең дауамын да ҡулға алырға яҙһын.
Хәсән Назарҙы ҡотларға теләгәндәр бихисап ине: Гөлфиә Юнысова, Ринат Камал, Нияз Сәлимов, Марсель Сәлимов, Тамара Юлдашева кеүек әҙиптәр замандашыбыҙға йылы теләген белдерҙе. Таңсулпан Ғарипова менән Айгиз Баймөхәмәтов иһә йырлы күстәнәсен тапшырҙы.
Шиғриәт байрамына әүерелгән сара ҡунаҡтарға күтәренке кәйеф бүләк итте. Ысын шағир һүҙе бер ҡасан да мәртәбәһен юғалтмай. Хәсән Назарҙың ижады – быға асыҡ дәлил. Юбиляр иһә үҙ сиратында З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә, Милли китапхана хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
Сығанаҡ: http://bashgazet.ru