Төмәндә III «Ноль плюс» халыҡ-ара балалар һәм ғаилә кино фестивале тамамланды. Быйыл ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары конкурсында Башҡортостандан режиссер Роман Пожидаевтың «Урман һуҡмағы» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың 1-се төбәк фестивале уҙҙы.