Һыҙҙырт, ҡурай, шатлыҡ моңдарын

Һыҙҙырт, ҡурай, шатлыҡ моңдарын

Танылған башҡорт ҡурайсыһы Роберт Юлдашев үҙенең “Ҡурайсы” төркөмө менән “Тылсым Көҙ-2016” (“Оберег Осень-2016”) фестивалендә сығыш яһаны. Мәскәүҙә уҙғарылған был сарала этник музыка өлкәһендәге “Russian Word Music Awards-2016” премияһы тапшырылды. Майҙан алып авгусҡа тиклем Рәсәйҙәге төрлө этник музыка коллективтарынан фестивалдә ҡатнашыуға 150-нән ашыу ғариза килде. Баһалама комиссияһы ҡарарына ярашлы, “Иң яҡшы этник проект”, “Иң яҡшы аутентик проект”, “Иң яҡшы эксперименталь проект”, “Тамашасы һөйөүе” номинацияларында лауреаттар билдәләнде. “Ҡурайсы” төркөмө тамашасы һөйөүен яуланы. Төркөмгә диплом һәм премияның символы — эрбет ағасынан яһалған күгәрсен тапшырылды. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә биш меңдән ашыу тауыш йыйғайны. Тауыш биреү донъяның ете иленән туғыҙ жюри ағзаһы ҡатнашлығында үтте. Улар — этник музыка өлкәһендә танылыу яулаған эксперттар Йоханес Тойер (Германия), Джо Бойд (АҠШ), Юлиана Волож (Эстония), Андрей Катаев (Рәсәй) һәм башҡалар.
— “Ҡурайсы”ның сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде, — тине музыкант һәм продюсер Булат Әминев. — Ғөмүмән, был — Рәсәй өсөн иҫтәлекле ваҡиға, этник музыка өлкәһендәге тәүге премия.
Гала-концертта шулай уҡ фестивалдең махсус ҡунаҡтары Инна Желанная (Мәскәү), Authentic Light Orchestra (Швейцария-Рәсәй), Нерехта ҡалаһының борғосолар хоры (Кострома өлкәһе) сығыш яһаны. “Артистик” галереяһының (Ҡырым) Рәсәйҙәге тәүге күсмә этник стрит-арт күргәҙмәһе ҡунаҡтар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн махсус бүләк булды.
“Ҡурайсы” этно-төркөмө — донъяла башҡорт музыкаһын башҡарып, киң танылыу яулаған коллективтарҙың береһе. Ансамблдең репертуарына халыҡ йырҙары, традицион көйҙәр, классик композиторҙарҙың әҫәрҙәре инә. Быйыл төркөм үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләй. Музыканттар Кремль һарайы, Миландағы “Ла Скала” театры, Берлиндағы “Рус йорто” концерт залы һәм башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһап өлгөрҙө, Владимир Спиваков, Гарик Сукачев, Пелагея менән хеҙмәттәшлек итте, донъяның ун биш иле буйлап гастролгә сыҡты. Мәскәүҙә коллектив шулай уҡ “ҠазанСәйБар” ресторанында яҡташтар менән музыкаль осрашыуҙа ҡатнашты. Йоханес ТОЙЕР, жюри ағзаһы, “Донъя музыкаһының Европа рейтингы”н төҙөүсе, Германиянан музыкаль продюсер:
— Асыҡ йәмғиәттә, ихлас мәҙәни мөнәсәбәттә йәшәү бик мөһим. Донъя музыкаһы — ошо аралашыу элементтарының береһе. Был йүнәлеште һайлаған музыканттарға булышлыҡ итеүҙән һәр саҡ ҙур ҡәнәғәтлек алам. Төрлө сэмплдарҙы ишетеп һоҡландым, күптәре “Иван Купала” төркөмөн хәтерләтте. Алыҫ Көнсығыштан, Себерҙән, Тыванан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән күберәк музыканттар килһен ине. Радиола продюсер һәм алып барыусы булып эшләйем. Этник музыка өлкәһендәге Рәсәй премияһына лайыҡ булғандарҙы эфирға сығарып, “Russian Word Music Awards” уларҙы һайланы, тип әйтәсәкмен. Илдар ШАКИРОВ, “Йатаған” этно-төркөмө етәксеһе:
— Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда милли һәм этник музыкаға ҡыҙыҡһыныу арта, яңынан-яңы башҡарыусылар, коллективтар барлыҡҡа килә, музыканттарҙы экспериментҡа этәргән ниндәйҙер конкурентлыҡ мөхите тыуа. “Евразия йөрәге”, “Симфоник төн” кеүек күләмле фестивалдәр уҙғарыла. Улар халыҡҡа классик һәм этник музыканы “тере” килеш тыңлау мөмкинлеген бирә. Был ҡыуаныслы, әлбиттә, сөнки электрон музыка йәнле башҡарыуҙы ҡыҫырыҡлап сығарған осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн йәштәр фәлсәфәүи, ысын халыҡ музыкаһын ауыр ҡабул итә. Шуға күрә заманса музыкаль йүнәлештәрҙе һәм халыҡ фольклорын берләштергән этник, фолк-музыканың киңерәк таралыуы бик һәйбәт күренеш. Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите, А. Хәлилов

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb