Ошо көндәрҙә күренекле актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәфил Нәбиуллинға 65 йәш тулған булыр ине. Рәфил Нәбиуллин заманында башҡорт театрының сағыу йондоҙо булды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бихисап төп ролдәрҙе башҡарҙы.
Рәфил Нәбиуллиндың бар булмышы – күңеле лә, тышҡы йөҙө лә, кейеме лә, эше лә күркәм булды
Яҡты сырайлы кеше тиҙәр ҡайһы берәүҙәр хаҡында. Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәфил Рәүил улы Нәбиуллин тураһында иҫтәлектәр йыйнап йөрөгәндә ниңәлер тап ошо һүҙҙәр иҫкә төштө. “Яҡты сырайлы”... Үҙен күрергә насип булмаһа ла, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейында һаҡланған фотоһүрәттәре, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр, уның менән бергә эшләгән артистарҙың һөйләүенән күҙ алдымда оптимист, көслө ихтыярлы, шаян, талантлы актер кәүҙәләнде.
Илеш районының Иҫке Хажы ауылында тыуған ул. Бер аҙҙан улар ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. 10 йәш кенә сағында, әсәләрен тол, дүрт балаһын етем ҡалдырып, атаһы мәрхүм була.
Сәхнә менән Рәфил Рәүил улы бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: әле 19-сы мәктәптә уҡығанында Пионерҙар йортондағы Валентина Тараканова етәкләгән балалар драма театрына йөрөй башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының башҡорт бүлегенә килә. Уны тамамлағас, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс, тәү көндәрҙән үҙен талантлы, үҙ-үҙенә талапсан актер итеп күрһәтә. Уның репертуарында тулы ҡанлы драма тәрән мәғәнәле комедия менән үрелеп бара: “Медея”лағы (Еврипид) Ясон, “Ҡыҙ урлау”ҙағы (М. Кәрим) Шәрәй, “Аҫылйәр”ҙә (М. Фәйзи) – Ғәбдрәшит, “Йәрем минең, Алиһәм”дә (Р. Байбулатов) – Адам Федорович, “Әкәмәтле һөйөү”ҙә (Лопе де Вега) – Рикардо, “Аты барҙың − дәрте бар”ҙа (Н. Ғәйетбай) – Ҡотлобай, “Әйҙәгеҙ, танышайыҡ”та (Г. Әхмәтҡужина) – Самат һәм башҡалар.
Хәйер, хәҙер арабыҙҙан китеүенә бер тиҫтә йыл самаһы ваҡыт уҙған талантлы актер, бөйөк шәхес хаҡында уның коллегалары күберәк белә торғандыр.
Илдар ҒҮМӘРОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
− Мин театрға килгәндә Рәфил быуыны нығынған артист ине. Тәү иғтибар иткән яғы шул булды: спектаклдә ҡатнашамы-юҡмы, һәр ваҡыт ҡалып, ҡарап ҡайта, йә сәхнә артында йөрөй. Ул характерлы ролдәр башҡарҙы. Өлкән быуын кешеһен уйнаһынмы, йәштәштәрен сағылдырһынмы − ролгә еңел килә торғайны. Мәҫәлән, “Ҡыҙ урлау”ҙа бәләкәй генә эпизодта ҡатнашһа ла, роле шул тиклем сағыу эшләнгән – беҙҙең генә түгел, тамашасының да хәтерендә һаман һаҡланалыр. “Ҡыҙыл паша”ла – Мельбрунды, “Һәҙиә”лә – Ғөбәй Дәүләтшин һәм башҡа ролдәрен шулай еңел, әммә сағыу кәүҙәләндереүгә өлгәште. Режиссерҙарға уның менән эшләүе ҡыҙыҡлы булғандыр тип уйлайым. Һәм тағы ла шул: ул ҡалыплашып киткән бер үк образды бер спектаклдән икенсеһенә күсереп йөрөтмәй, ә һәр жанрға яңы колоритлы буяуҙар табыр ине.
Рәфил ҡыҙыҡлы шәхес булыуы менән айырылып торҙо. Тормоштағы зауығы сәхнәлә лә сағылды. Уның хатта эшләнеп бөтмәгән ролдәре лә (ә премьераға тиклем ролде эшләп өлгөрмәү осраҡтары ла булғылай) мауыҡтырғыс килеп сыға торғайны.
Сәхнәлә килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә ул бер ваҡытта ла юғалып ҡалманы. Ә шул көтөлмәгән осраҡтарҙан тәмләп, уларҙан ҡыҙыҡ табып, килештереп сығыр ине. Ә артисҡа уйнауы ҡыҙыҡлы икән, тамашасыға ла һәр ваҡыт уның уйынын ҡарау күңелле.
Рәфилдең театр сәнғәтендә тотҡан урыны әлегәсә буш тора, уны һаман да бер кем яулай алмай. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр: “Коллективта алмаштырып булмаҫ кеше юҡ”, − тиер. Әммә шуны әйтер инем: артисты тик физик йәһәттән генә алмаштырып була, ә күҙгә күренмәй торған, бары тойомлап булған яғын, рухи торошон һәм күңел донъяһын алмаштырыу бер ваҡытта ла мөмкин түгел. Рәфилдең урыны буш, сөнки ул үҙенсәлекле артист булды. Уның менән сәхнәлә уйнауы беҙгә ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та ине.
Һәм тағы ла була бит: ҡайһы берәүҙәр комедияла уйнай, әммә трагик йә социаль спектаклдәрҙә уйнай алмай. Йә киреһенсә: юмор ҡеүәһе булмаған артистар ҙа була. Рәфилгә ҡарата был һүҙҙәрҙе ҡулланыу урынһыҙ. Сөнки ул бөтә жанрҙа ла берҙәй ихлас эшләне.
Рәфил менән гастролдә күп йөрөнөк, ул йыш ҡына концерттар алып барҙы. Бына шул алып барыусы булғанында артистарҙы сәхнәгә саҡырырға сыҡһа, халыҡ мине күрһен, тип түгел, ә халыҡҡа сығыш яһаусыны тәҡдим итәм, күрһәтәм, тип иғлан итер ине. Мин үҙенә лә йыш ҡына: “Һин саҡырғанда сәхнәгә сығыуы рәхәт тә, күңелле лә”, − ти торғайным.
Яҡты донъянан был тиклем дә иртә китеүе бик йәл. Арабыҙҙан бик йәшләй, ваҡытынан алда киткән шәхестәребеҙ, әйтәйек, Рәми Ғарипов, Динис Бүләков һәм башҡаларҙың, шул иҫәптән Рәфил Нәбиуллиндың әйтер һүҙҙәре әйтеп бөтөлмәгән, уйнар ролдәре халыҡҡа сығарып өлгөрөлмәгән кеүек. Рәфил үҙенең булмышы менән генә лә, театрҙа ҡайнап йәшәүе менән дә сәнғәтебеҙ күген тағы әллә күпмегә нығыраҡ биләр, тағы әллә күпме күңелгә үтеп инер ине. Ләкин һәр кемгә Хоҙайҙың бүлгән тәғәйен ваҡыты булалыр. Йә ул яңынан тыуғандыр, йә икенсе тормошта кәрәгерәктер… Шуныһы һөйөнөслө: кешенең туплаған рухи байлығы, эшләгән эштәре уның үҙе менән баҡыйлыҡҡа күсмәй, ә хәтерҙә, тарихта уйылып ҡала. Рәфил кеүек кешеләр арабыҙҙан китһә, донъя бушаған кеүек, әммә шул бушлыҡта ниндәйҙер нур ҡала. Рәфил иһә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Уның эше ҡалды, яҡшы иҫтәлектәр, тамашасылары, уҡыусылары ҡалды.
Нурия Ирсаева, Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
− Рәфил менән күп кенә спектаклдә бергә уйнаныҡ, партнер булараҡ ул бик иғтибарлы булды. Һәр спектакль һайын берәй яңылыҡ уйлап табырға яратты. Иҫкәрмә, тәҡдимдәр әйтһәң, уларҙы ҡабул итеп, иҫәпкә алып, шунда уҡ төҙәтер, артабан үҫтерер ине. Бәләкәй генә ролдәрҙе лә балҡытып ебәрер ине. Бигерәк тә комик ролдәре уңышлы килеп сыға торғайны.
Бик дуҫ, татыу булдыҡ. Гастролгә бергә йөрөнөк. Ҡыҙ балалар араһында үҫкәс, ул ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата айырыуса иғтибарлы, итәғәтле мөғәмәлә күрһәтте. Әсәһенә ҡарата бик иғтибарлы булды, әсә һүҙе барыһынан өҫтөн ине уның өсөн. Туғандарына, таныштарына бүләк алырға яратты. Һәм зауыҡ менән һайлап, иң яҡшы әйберҙе алырға тырышты.
Туғаным, хатта ҡустым кеүек күрә инем мин уны. Башҡаларға һөйләмәҫ серҙәрҙе лә уға систем, ә уның һәр ваҡыт яҡшы кәңәштәр биргәне хәтерҙә.
Кешеләрҙе яратты, улар менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорҙо. Уның хаҡында бер насар һүҙ әйтмәҫһең. Күңелдә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырған. Йомарт та ине, аралашҡан кешеләрен ҡунаҡҡа йыйырға яратты.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты: парторг булды, профсоюзда торҙо. Унда ла Рәфилде ихтирам иттеләр, яраттылар. Сөнки ул бар эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡарҙы.
Ул һуңғы тапҡыр Илеш районы үҙәгендә ҡуйған спектаклдә сығыш яһаны. Ысын күңелдән, бирелеп уйнаны ул унда. Һуңғы тапҡыр икәнен һиҙенгәндер ҙә инде. Спектакль һуңынан бәләкәй генә табын ҡорҙоҡ. Ул Рәфил менән хушлашыу кисәһе кеүек булып иҫтә ҡалыр инде… Шунда артистар ҙа, башҡа сәхнә эшселәре лә уға йылы һүҙҙәр әйтте. Был йылы теләктәрҙән яҡты мөнәсәбәт, ихтирам сағыла ине.
Бар нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарай белде. Барыһын да нигеҙенә төшкәнсе өйрәнде, аныҡланы. Ауырыуына ла тыныс ҡараны, илап, үҙ-үҙен йәлләтеп йөрөмәне. 50 йәшен үткәргәндә лә йылмайып-көлөп ултырҙы, спектаклдәрҙән өҙөктәрҙе ихлас уйнаны. Залдағылар барыһын аңлап, белеп, илап ултырҙы.
Был донъянан китеүгә лә әҙерләнгән: йыуынған, ҡырынған, кейемен алмаштырған, хатта рәтенә килтереп ятҡан. Үлер ваҡыты еткәнен алдан белгән, күрәһең.
Бар булмышы – күңеле лә, тышҡы йөҙө лә, кейеме лә, эше лә күркәм булды Рәфилдең. Хатта был донъянан китеүе лә нисектер күркәм.
Ерләргә алып барғанда ла, әрнеп, ауырып, интегеп үлгән кеше ҡиәфәте түгел ине унда.
Рәмзиә ХИСАМОВА, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
– Рәфил – бик һағынып иҫкә алған артистарҙың береһе. Күп йылдар үткәс кенә төрлө хәл-ваҡиғаларға, эргә-тирәләге кешеләргә баһа бирәһең, ҡәҙерен аңлайһың. Ә Рәфил иҫән сағында ла беҙҙең өсөн ҡәҙерле булды.
Рәфил бик тә оптимист кеше ине. Бик тә мәғлүмәтле, аҡыллы, мәғрифәтле булды ул. Йылдар үткән һайын ундай кешеләр аҙая, бер-берең менән аралашыу һүрелә барған кеүек. Ә Рәфил менән аралашыу, кәңәшләшеү үҙе оло мәртәбә ине. Сөнки ул шундай киң даирәле кеше, унан һәр ваҡыт ниндәйҙер яҡшы энергетика ағылды. Үҙе шул уҡ ваҡытта шиғри күңелле лә, юғары интеллектлы ла. Дуҫтары араһында иһә һәр ваҡыт уртала, һәр кемдең күңелен асыр, кәңәш бирер ине.
Элегерәк беҙ Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры менән бик яҡшы аралашып, ҡатышып йәшәнек. Ошо дуҫлыҡта Рәфил ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ Ҡаҙан театрынан Фирҙәүес Хәйруллина был татыулыҡты нығытып торҙо. Ул да хәҙер мәрхүмә инде. Бына уларҙың икеһе лә ике театр араһындағы теләктәшлекте бәйләп, уның нигеҙен тәшкил иткән икән. Хәҙер нисектер элекке аралашыу, йәш саҡтағы дуҫлыҡ ептәре ул саҡтағылай төҫ ала алмай.
Театрҙа Рәфил бик сағыу урын биләне. Үҙе шаян да ине. Шулай, спектакль барышында шаршау артында ҡарап тора ла, сәхнәлә уйнап йөрөгәндәрҙең иғтибарын ала. Хатта көлөргә ярамаған етди урындарҙа күреп ҡалынһа, әлбиттә, көләһең инде... Шунан үҙенә: “Рәфил, торма әле ошо сәхнә барғанда, көлдөрәһең”, − тим. Әммә барыбер ҙә киләһе спектаклдә нәҡ ошо сәхнәлә уны ҡабаттан шаршау артында күрәһең…
Беҙ уның менән өс спектаклдә төп ролдәрҙе башҡарып, бик матур дуэт эшләнек. Бына улар: “Онотолған әҙәм” (Н. Хикмәт, реж. – Л. Вәлиев), “Әҙәмсә йәшәһәң ине” (Н. Терентьев, реж. – Ш. Рәхмәтуллин) һәм “Һәҙиә” (Ғ. Шафиҡов, реж. – Г. Мөбәрәкова).
Партнер булараҡ, Рәфил ҡулай, иғтибарлы ине. һәр деталде үҙе уйлап сығарып, тамашасыны “ах” иттерер роль эшләгәне хәтерҙә ҡалған.
Шулай, бер ваҡыт: “Рәмзиә апай, һиндә резина бирсәткә юҡмы?” – ти. Шунан сәбәбен аңлатып бирҙе. Шул рәүешле “Көнләш, Америка, көнләш!” спектаклендә бик көлкөлө сәхнә барлыҡҡа килде: Американан килеүселәргә, йәнәһе, бармаҡтары тырпайып торған резина бирсәткә ҡапланған өс литрлы банкала әсегән бал алып сыға. Рәфилдәге бына шул бөтмөрлөктө, тырышлыҡты һағынам.
Әлеге ваҡытта арала йөрөһә, йәштәргә яҡшы өлгө булыр ине. Сөнки уның кеүектәр, бер һүҙ әйтмәһә лә, булмыштары менән генә лә оло мәктәп булып кәүҙәләнә беҙҙең тормошта.
А. Чехов әтмешләй, “Кешелә барыһы ла матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла…”. Ниңәлер был һүҙҙәр тап Рәфил Нәбиуллин кеүектәргә ҡарата әйтелгәндәй тойола. Уның хаҡында йәштәштәре күңелендә ҡалған иҫтәлектәр аша ғына ла күҙ алдында ифрат шат күңелле, ауырлыҡтарға бирешмәҫ, һынмаҫ рухлы шәхес кәүҙәләнә. Ә хәтирәләрҙән генә шундай ғәжәйеп кеше һынланғас, уның ижады сәнғәтебеҙҙә сағыу нур булып балҡыуына иманым камил.
Сығанаҡ: http://www.ye02.ru