27 февралдә, Башҡорт ғаиләһе көнөн байрам итер алдынан, Башҡортостандың Милли музейы баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын билдәле фоторәссам Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһына саҡыра. Сара көндөҙгө 3-тә башлана.
Әсәләр тураһында күргәҙмә – ғаилә усағының төп һаҡлаусыһына хөрмәт һәм һоҡланыу билдәһе ул. Экспозиция Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған проекттарҙан ҡырҡҡа яҡын эште тамашасы иғтибарына тәҡдим итә. Фотоһүрәттәр сюрреализм жанрында төшөрөлгән һәм тамашасыларҙа әсәнең һәр кеше тормошондағы роле тураһында тәрән уйланыуҙарға этәрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 1 мартта Башҡортостанда Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Был байрам ғаилә традицияларын һаҡлауға, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, шулай уҡ башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен яҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
«Эштәрем Бельгияла, Германияла, Италияла, Үзбәкстанда күрһәтелде, – ти автор, – ләкин Башҡортостандың Милли музейында күргәҙмә асылыр алдынан бер ҡасан да булмағанса көслө тулҡынланыу кисерәм. Бында, Өфөлә, яҡташтарым алдында сығыш яһаясаҡмын, һәм был минең өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ. Сит ил вәкилдәре фотоларымдағы башҡорт милли костюмдарының матурлығына һоҡлана, ә бында, өйҙә, башҡорт халҡының рухын һәм мәҙәниәтен ни тиклем аныҡ еткерә алыуыма баһа ишетергә кәрәк буласаҡ».
Күргәҙмә асылған көндә автор үҙенең эштәре хаҡында һөйләйәсәк, ижади уй-фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ һәм һорауҙарға яуап бирәсәк.
Гөлназ Ғәлимуллина талантлы фотограф ҡына түгел, документаль фильмдар авторы һәм режиссеры, ТЭФИ-Төбәк, «Алтын Минбар», New York film festivals и World Culture film festival (АҠШ) кеүек абруйлы халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты ла. «Монисто», «Мәҡәлдәр» фотопроекттары Гейдельбергтағы Курпфальц музейында (Германия), Римдәге Рус йортонда, Мәскәүҙә Милләттәр йортонда һәм «Выставочная» галереяһында, Ташкентта Үҙәк рәссам йортонда, шулай уҡ Яңы Третьяков галереяһында күргәҙмәгә ҡуйылды. «Без лица» проект LensCulture Critics’ Choice халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе булды.
Гөлназ Өфөлә тыуып үҫкән, 10 йылдан ашыу Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Үҙенең ижадында ул йыш ҡына Ватан, тарих һәм мәҙәниәт темаһына мөрәжәғәт итә, шулай уҡ Башҡортостанда тыуып үҫкән күренекле шәхестәр тураһында фильмдар төшөрә.