13 марта Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Кәримованың концерты уҙа.
Талантлы йырсы һәм актрисаның ижад юлы сағыу образдар һәм ролдәр теҙмәһенә тора. Италия, Испания, АҠШ, Канада, Франция, Нидерланд, Көньяҡ Корея, Төркиә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре тамашасылары алҡышланы. Уның «Карнеги-холл» (Нью-Йорк, АҠШ), «Сони центр» (Торонто, Канада), Карло-Феличе театрҙарында (Генуя, Италия), «Одеон» концерт залында (Анкара, Төркиә), «Астана Опера» театрында (Астана, Үзбәкстан) һәм донъяның башҡа бик күп сәхнәләрендә сығыштары оло уңышҡа өлгәште.
Әлфиә Кәримованың репертуары күп яҡлы һәм академик әҫәрҙәрҙе – опера, концерт һәм камера әҫәрҙәрен, шулай уҡ кроссоверҙың, мюзиклдың һәм этно-роктың заманса жанрҙарын үҙ эсенә ала. Был кистә билдәле опера хиттары, романстар, камера әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Йырсы менән бергә уның хеҙмәттәштәре: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Ян Лейше менән Ильдар Рәхимов – сығыш яһай. Концертмейстер – халыҡ-ара конкурстар лауреаты Маргарита Шавырова.