Хәҙер инде тарих биттәренә күскән 2016 йыл Кино йылы билдәһе аҫтында үтте. Сәнғәттең был төрөнә иҫ китерлек ҙур үҙгәрештәр индерелмәһә лә, милли ерлектә төшөрөлгән фильмдар күңелдәргә ҡыуаныс өҫтәне. Шундайҙар иҫәбенә Күгәрсен районында төшөрөлгән “Ике йөрәк – ике аҡҡош”, “Шәһит Хоҙайбирҙин” фильмдарын индермәү мөмкин түгел.Һәм бына йәнә бер ҡыуаныслы яңылыҡ: был фильмдарҙы зәңгәр экрандарға сығарыусы режиссер Фәимә Аҡъюлова Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә үткән “Яратам һине, Башҡортостан! ” һәүәҫкәр фильмдар республика конкурсында ҡатнашып, “Тыуған яҡ тарихын сағыу асҡан өсөн”, кинооператор Әсғәт Әлимғолов “Ике йөрәк – ике аҡҡош” фильмында “Иң яҡшы оператор эше өсөн” дипломдарына лайыҡ булған.
Әйткәндәй, ижади эштәре менән республикабыҙҙа танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ кино һөйөүселәрҙе насип булһа артабан да яңы фильмдар менән ҡыуандырасаҡ. Уларҙың Әтәс йылына ҡуйған маҡсаттары иһә әлегә сер булып ҡалһын.
Сығанаҡ: https://moradimgazeta.wordpress.com/