Ижадында—тыуған ер тыны

Ижадында—тыуған ер тыны

Сибай ҡалаһының балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә күренекле рәссам Рафиҡ Зәкир улы Fәлфәүровтың күргәҙмәһе эшләй. Уны асыу тантанаһына уның барлыҡ туғандары, яҡындары, ижадташтары һәм сәнғәт һөйөүселәр йыйылды. Рафиҡ Зәкир улы Сибай ҡалаһында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайта һәм Свердловск ҡалаһындағы Шадр исемендәге һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған ҡалаһына ҡайта һәм һынлы сәнғәт мәктәбендә балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтә. Рәссам-биҙәүсе булып та эшләй. Сибайҙа эшләгән ваҡытта буласаҡ ҡатыны Рәмзиә Мансур ҡыҙын осрата. Өйләнешкәс, йәштәр Баймаҡ районының Темәс ауылына барып төпләнә. Бында Рафиҡ Зәкир улы Темәс урман хужалығында эшләй. Бер нисә йылдан Fәлфәүровтар йәнә Сибайға күсеп килә. Рафиҡ Зәкир улы төрлө ерҙәрҙә хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта ижадты ла онотмай. Уның эштәре республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Сибай, Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларында уның шәхси күргәҙмәләре лә ойошторола. Уның эштәре беҙҙең илдә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы рәссам беҙҙең араларҙан иртә китте. —Рафиҡ Зәкир улының үҙ оҫтаханаһы булманы, өйҙә ижад итте ул. Буяҡтар еҫе балаларға зарар килтереп ҡуймаһын тип, улар мәктәптә саҡта эшләй ине,—тип хәтерләй рәссамдың ҡатыны Рәмзиә Мансур ҡыҙы.—Тормошҡа ашмаған хыялдары, ҡағыҙға төшмәгән һүрәттәре ҡалды. Төшөрә башлаған рәсемдәре, эскиздар әле булһа ла өйөбөҙҙә һаҡлана. Ул портрет эшләргә, тыуған яҡтың матурлығын төшөрөргә яратты. Көн һайын иртәнсәк велосипедҡа ултырып тәбиғәт ҡосағына сыға ине. Уның эштәрендә башлыса «Сал Урал» һәм «Бөйөк дала» сағылыш тапты. Барлыҡ һүрәттәрен беренсе булып күрә инем. Мин уның кәңәшсеһе лә, тәнҡитсеһе лә булдым. Ижадташ дуҫтары ла Рафиҡ Зәкир улын тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала.
—Рафиҡ Зәкир улы үҙенсәлекле рәссам булды. Күңеле менән нисек күрә, шулай төшөрә ине. Уның һүрәттәре башҡаларҙыҡына оҡшамаған. Рафиҡ бик яҡшы портретсы булды, үҙен скульптурала ла һынап ҡараны. Ул йыш ҡына: «Мин барҙа ла, булмағанда ла эштәрем үҙҙәре өсөн үҙҙәре һөйләйәсәк»,—тип әйтә торғайны,—тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Сергей Михайлович Николаев. Сараны асыу тантанаһына килгән һәр кемгә Рафиҡ Зәкир улының эштәре менән генә түгел, уның тормошо менән танышыу, туғандары, ижадташтары менән аралашыу мөмкинлеге эләкте. Әйткәндәй, «Ижадымда—тыуған ер тыны» тип аталған хәтер күргәҙмәһе балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә ноябрь аҙағынаса дауам итәсәк. Линара Ҡырымғужина
Сығанаҡ: “Атайсал” гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb